Онлайн һорау алыуҙа бөтә ил буйынса 12-17 йәшлек 3 мең 700 үҫмер ҡатнашҡан. Уларҙың 34 проценты- 14 йәштән, 30 проценты 15-16 йәштән эшләй башларға уйлауы тураһында белдергән. Ә 12 йәштән үк аҡса эшләргә теләүселәр 5 кенә процент тәшкил иткән. 12 процент - 17 йәштән, 9 процент балиғ булғас ҡына эшләргә теләй. Һәр унынсы үҫмер хеҙмәт юлын уҡып сығып диплом алғас ҡына башларға планлаштыра.
Уҡыусыларҙың 85 проценты кеҫәләрендә ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡҡа аҡса булһын, тип эшләргә риза. Балаларҙың 35 процентының был өлкәлә тәжрибәһе бар ҙа инде. Уларҙың күбеһе фотограф, сәркәтип, маникюр оҫтаһы, вожатый, репетитор, диджей булып аҡса эшләгән. 4 сәғәткә - 100 һум, бер айға 13 мең һум алыусылар бар.