-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

"Үлән сабырғамы? Хәҙер килеп етәбеҙ!"

Өфө районының Шамонин ауылында Данияр Хәйретдинов менән Линар Хәзиәхмәтовты белмәүселәр һирәктер. Йорт-ҡура, баҡса, ихата тирәһендә үҫкән үләнде саптырыр өсөн йыш мөрәжәғәт итәләр үҙҙәренә.

"Үлән сабырғамы? Хәҙер килеп етәбеҙ!"
"Үлән сабырғамы? Хәҙер килеп етәбеҙ!"

Эйе, эйе! Данияр – VIII, Линар IX синыфты ғына тамамлаһа ла, ауылдаштарына ярҙамлашып, хәҙер­ҙән үк аҡса эшләй был егеттәр. Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп, аҡса тәмен белеп үҫәләр. Үлән сапҡыста­рын тотоп килеп еткән Данияр менән Линарҙы һәр ерҙә көтөп алалар. Шулай булмай әллә! Үҙ эштәре­нә етди ҡараған, яуаплы, тырыш, уңған егеттәр бит улар!
– Нисек аҡса эшләргә була икән, тип уйлана торғас, ошо вариантта туҡталдыҡ. Атайҙарыбыҙҙың үлән сап­ҡыстары бар, икебеҙ ҙә сабырға өйрәнгәнбеҙ. Ниңә аҡса эшләмәҫкә? Шулай тәүәккәлләп ҡарарға булдыҡ. Тәүҙә күрше-тирә, таныш-белештәргә тәҡдим иттек, ризалаштылар. Аҙаҡ ауылдың «Бәйләнештә» төркөмөнә иғлан ҡалдырҙыҡ. Шылтыратыуҙар башланды. Был беҙҙе нығыраҡ ҡанатландырҙы. Хәҙер инде «клиенттар»ыбыҙ күп, таныштарынан ишетеп тә саҡыралар. Был эш менән икенсе йыл шөғөлләнәбеҙ, быйыл конкуренттар ҙа күбәйҙе, – тип йылмая Линар менән Данияр.
Сутыйына 300 – 350 һумдан түләйҙәр икән. Ә йыйылған аҡсаларын егеттәр спорт кәрәк-яраҡтары, форма алыр өсөн тотона. Дуҫтар икеһе лә спорт менән мауыға, дүрт-биш йыллап саңғы секцияһына йөрөй­ҙәр. Данияр – биатлон, Линар – саңғы буйынса мәктәптең, республиканың йыйылма командаһы ағзаһы. Йыл әйләнәһенә күнекмәләрҙе ҡалдырмаған егеттәр­ҙең уңыштары һанап бөткөһөҙ. Тренерҙары Айгөл Әфҡәт ҡыҙы Хәкимова ла улар өсөн ҡыуанып бөтә алмай.
Спортта ла, уҡыуҙа ла һынатмаған Данияр менән Линар – өйҙә ата-әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары. Баҡса ҡарау, ихата тирәһен тәртиптә тотоу – улар иңендә. Етмәһә, аҡса ла эшләп өлгөрәләр бит әле!
Атай-әсәйҙәре улдарының бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөп үҫеүенә ҡыуана ғына.
– Эшләгәндәре кеше өсөн булһа, өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн бит. Аҡса еңел генә килмәүен аңлап, белеп үҫһендәр. Үҙең эшләп тапҡас, ҡәҙерле лә була ул. Тәүге ваҡыттарҙа тәмлекәстәр алып һыйлана тор­ғайнылар, хәҙер кәрәкмәгән юҡ-бар өсөн сарыф итмәҫкә тырышалар. Спорт формалары ла ҡыйбат бит. Шуға тотонабыҙ, тип кенә торалар. Был беҙҙең өсөн дә оло ярҙам, – ти Даниярҙың атаһы Булат Ибраһим улы.
Балаларҙы телефон, интернеттан айырып алып булмай торған хәҙерге заманда был егеттәрҙең буш ваҡыттарын файҙалы үткәреүе, ул ғына ла түгел, күңелдәренә ятҡан килемле эш менән мауығыуҙары һоҡландырғыс. Йүнсел, эшлекле булыу – буласаҡ ғаилә башлыҡтары өсөн иң кәрәкле сифаттар бит.
Линар менән Данияр күптәргә өлгө булырлыҡ. Ағас­ты япраҡ күркәмләтһә, кешене хеҙмәт биҙәй шул. Афарин, Шамонин егеттәре!

Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: