Аделинаның күңел йылыһын, күҙ нурын һалып эшләгән ҡупшыҡай биҙәүестәре заманса күлдәктәргә лә, уҡыусы ҡыҙҙарҙың мәктәп формаһына ла айырым йәм, биҙәк өҫтәй.
– Ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныуҙы, һөйөүҙе әсәйем Рәмилә Булат ҡыҙы уятты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәренә хас булған талаптарҙан ситкә тайпылмаҫҡа, дизайн серҙәрен өйрәтеүсем, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлелекте һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итеүсем ул.
Республикабыҙҙа үткәрелгән Милли кейем көнө алдынан заказдарым айырыуса күп булды. Башланғысымды уҡытыусыларым күтәреп алды, хәҙер инде синыфташ ҡыҙҙарым да байрам уңайынан иң оригиналь биҙәүес әҙерләүемде һорап мөрәжәғәт итә. Уларҙы һатып йыйған аҡсама уҡыу өсөн кәрәк-яраҡтар, косметика алам, әсәйемә лә бирәм. Үҙең эшләп тапҡан ҡәҙерлерәк тә була икән ул, – ти Аделина.
Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, был ҡыҙҙың яратҡан шөғөлөнән килем дә алыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Ҡулдарыңдан ҡыуан, Аделина!
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫкән йәш быуынға ҡарап, киләсәккә өмөт менән бағырға мөмкин. Аделинаның ҡул эштәре милли үҙенсәлекте, тарихты сағылдырыусы, илһөйәрлек тәрбиәләүсе башланғыс ул.
Сәлимә ЗАКИРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп.