-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Тырыш ҡыҙ Филизә

Сәйләндән муйынсаҡ-йөҙөктәр эшләү йәш быуын араһында бөгөн иҫ киткес популяр. Мода әйләнеп ҡайта тигәндәре дөрөҫ икән, егерме йыллап элек беҙ шуның менән “ауырый” инек. Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Филизә Степина менән таныштым. Ул үҙенең ҡул эштәрен үтеп-һүтеп йөрөүселәргә тәҡдим итеп ултыра ине. Бөгөн 500 һум эшләнем инде, тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.

Тырыш ҡыҙ Филизә
Тырыш ҡыҙ Филизә

Ике йыллап сәйлән теҙеү менән мауыҡһа ла, һатыуға ҡыҙ быйылғы йәй генә тотонған. Хаҡтарына килгәндә, балдаҡтар 20 - 50 һум булһа, беләҙектәр – 150, алҡалар, муйынсаҡтар – 200 һум. Алып сыҡҡанды бер нисә сәғәт эсендә алып бөтәләр, ти Филизә. Хатта ике мең һумдан артыҡ аҡса эшләгән көнө булған.

Дүртенсегә күскән ҡыҙ яҡшы уҡый, үҙе аралашыусан һәм алсаҡ. Аҡсаһын төрлөсә тотона, мәҫәлән, хыялланған модалы футболкаға эйә булған, ә яңыраҡ әсәһенә хушбуй бүләк иткән. Бәләкәйҙән шундай тырыш, маҡсатлы ҡыҙ булып сыҡты Филизә!

АВТОР фотоһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: