Наҙгөл менән Камила Хөсәйеновалар – Белорет ҡалаһында, ә Динар Садиҡов Асҡар ауылында йәшәй. Йәй һайын улар Байымдағы өләсәләре менән олаталарына ярҙамлашырға килә: ҡош-ҡорт ҡараша, көтөү көтөшә. Икенсе йыл рәттән инде динопаркта эшләп табыш та алалар. Нисек, тиһегеҙме?
Былтыр апалы-ҡустылы ике туғандар Наҙгөл менән Динар паркка килеүселәрҙе фотоға төшөрөп, үҙҙәрен һынап ҡараған. Ҡыҙ шул эш хаҡына һуңғы модель айфон алған. Быйыл да дәртләнеп эшкә тотонғандар, уларға Камила һеңлеһе лә ҡушылған. Береһе теләүселәрҙе фотоға төшөрә, икенсеһе ҡырҡып ҡыҫанға ҡуя, өсөнсөһө әҙер һүрәтте һатыуға сығара. 12 саҡрым араны көн һайын йөрөүе ҡыйыныраҡ булһа ла, бер ҙә аптырап тормағандар.
Үҫмерҙәр быйыл да ярайһы ғына аҡса эшләгән. Наҙгөл, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты булараҡ, яңы уҡыу йылына баштан-аяҡ кейенгән. Камила үҙенең яратҡан шөғөлө – торттар бешереү өсөн сифатлы кәрәк-яраҡ һатып алған. Динар быйыл Асҡарҙағы 1-се мәктәпте тамамлай, шуға яҡшы ноутбукка аҡса йыя: студентҡа унһыҙ уҡыуы ауырға тура килә, бөтә эштәреңде баҫма рәүештә тапшырырға кәрәк бит.
Өсөһө лә һәләтлеләр бит әле! Ҡыҙҙар бәләкәйҙән бейеү, йыр менән шөғөлләнә, гитарала уйнай. IX синыф уҡыусыһы Камила рәсем йүнәлеше буйынса сәнғәт мәктәбенә йөрөргә лә өлгөрә. Динарҙы белем усағында барлыҡ байрамдарҙы алып барыусы булараҡ беләләр.
Бына шундай тырыш, маҡсатлы йәштәр үҫә был яҡтарҙа!
Лилиә МӘҮЛИТОВА.