-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йәш блогер утын ярып аҡса эшләгән

«Йәншишмә» гәзитенең дуҫы, йәш башҡорт блогеры Юлдаш Ҡаһарманов ял көндәрен бик файҙалы үткәрә икән. Ул үҙе йәшәгән Баймаҡ ҡалаһында кешеләргә утын ярып, соҡор ҡаҙып аҡса эшләй. Ике көндә нисә һум эшләгән, тип уйлайһығыҙ?

Йәш блогер утын ярып аҡса эшләгән
Йәш блогер утын ярып аҡса эшләгән

– «Бәйләнештә» селтәрендә ҡала халҡы күпләп ултырған төркөмдәрҙә «төрлө физик эш башҡарам» тип иғлан яҙам. Күберәк оло йәштәге инәйҙәр һәм бабайҙар шылтыратып эш тәҡдим итә. Музыка ҡуйып алам да рәхәтләнеп эшләйем. Беҙ бит ғаиләлә дүрт бала, шуға әсәйемә ярҙам итергә тейешмен, тип уйлайым. Эш хаҡын да тулыһынса әсәйгә бирәм, –  ти Юлдаш.

Уҙған шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә үҫмер 2 мең һум аҡса эшләгән.

Юлдаш йәйге каникулда ла эштән бушамаған – туғандарына өй төҙөшөүҙә ҡатнашҡан, үҙҙәренең ҡаҙ бәпкәләрен көн дә Таналыҡ йылғаһында йөҙҙөрөп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫтереп еткергән ҡаҙҙарын күптән түгел берәҙәк эттәр тулыһынса әрәм иткән. Шулай ҙа Юлдаш төшөнкөлөккә бирелмәй: «Иң мөһиме һаулыҡ булһын», – ти.

Йәш блогер Баймаҡ ҡалаһындағы 3-сө мәктәптә VIII синыфта уҡый һәм ватсапта башҡорт телендә блог алып бара. Гәзитебеҙҙең 28 июль һанында Юлдаш менән әңгәмә сыҡҡайны, уны ошо мәҡәләгә беркетелгән һүрәттә уҡый алаһығыҙ. 

 

Йәш блогер утын ярып аҡса эшләгән
Йәш блогер утын ярып аҡса эшләгән
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: