Тимур үҫмер ҡорона ингәс, эшҡыуарлыҡ өлкәһен өйрәнә башлай. Уның әсәһе Зөлфиә Исмәғилева - балалар өсөн финанс грамоталығы мәктәбен ойоштороусы. Улы күп мәғлүмәтте унан ала, унан өйрәнә. Тәүге ризыҡтарын таныштары ғына түгел, Иглинда һәм Сибайҙа һатып алғандар. Йәш эшҡыуар балыҡ һәм иттән ыҫланған, маринадланған ризыҡтар әҙерләүҙе һайлаған. Ул субсидияһына ыҫлау өсөн 100 килограмм сеймал һыйҙырышлы ҡоролма һатып алған.
Иглин районы бизнес-шерифы Венера Нуриәхмәтова әйтеүенсә, Тимурҙың үҙенең бизнесын үҫтереү өсөн яңы идеялары ла бар. Бүтән йүнәлештәрҙе лә үҙләштерергә теләй. Ата-әсәһе лә улдарының башланғыстарын хуплап тора. Шулай булғас, бар хыялдарын да тормошҡа ашырыр был егет, уңыштар теләйбеҙ.