Беренсе синыф уҡыусылары тәүге тапҡыр үҙҙәрен һатыусы ролендә һынап ҡараны. Рәмис, Кирилл, Рената, Эльназ, Егор, Кирил шоколад, кәнфит, һут алып килгән. Арыҫлан, Данис, Айназ, Эльдар, Тамерлан, Айбулат әсәләре менән тәмлекәстәр бешергән. Розалина уҡыу кәрәк-ярағы килтерһә, Гөлназ алманан чипсы киптергән.
Уҡыусылар үҙҙәре аҡсаны нисек иҫәпләргә, түләгәндән һуң артып ҡалғанын ҡайтарырға оҫтарып алды.
Балаларға йәрминкә бик оҡшаны. Аҡса эшләргә, уның ҡәҙерен белергә өйрәнделәр.
Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.