Сөнки былтыр ул сейә, еләк йыйып һатты, аҡсаһы бик ярап ҡалды. Ә быйыл Арсен үҙе өсөн яңы бизнес төрөн асты. Ниндәйме?
Үҫмерҙең күрше ауылдағы туғандары селек йыйып, унан һепертке бәйләү менән шөғөлләнә. Һуңынан уларҙы төрлө ойошмалар ала икән. Арсен эшкә ихлас йөрөнө, уға дуҫтары Зиннур менән Ғәҙел дә ҡушылды. Һеперткене бәйләгәс, йөк машинаһына күтәреп ташлау өсөн дә күп көс талап ителә, баҡһаң. Ә бергәләп эшләһәң, ауырлыҡ һиҙелмәй, күңеллерәк тә!
Малайҙарға эштәре өсөн түләүе төрлөсә булды: кеҫәләренә көнөнә 400 – 800 һум төшөп торҙо. Йәйен берәүҙәр лагерға юлланһа, икенселәр ҡалала йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа барһа, Арсен ял итеү менән бергә аҡса эшләп тә өлгөрҙө.
Люциә ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.