Был саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Унда хатта ата-әсәләр ҙә, ветеран уҡытыусылар ҙа ихлас ҡатнашты.
Өлкән синыф уҡыусылары ғилми-тикшеренеү эштәренән күргәҙмә лә ойошторғайны. Кәрим Рәхмәтовтың үҙ ғаиләһенең эш тәжрибәһе менән таныштырыуы ла ҡыҙыҡ булды.
Мәктәп алды шау-гөр килеп торҙо. Һәр беребеҙ һатыу итергә лә, аҡса эшләргә лә өйрәнде. Йәрминкәнән ҡәнәғәт таралыштыҡ.
Гөлшада РӘХМӘТОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Яңы Ергән мәктәбе.