-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Григорийҙан ғына һатып алалар

Сыуаш-Ҡобау ауылында 15 йәшлек Григорий Соколов барыһын һоҡландыра. Ул тауыҡтар, ҡуяндар үрсетә. Бынан тыш, йәшелсә һәм сәскә үҫентеләре үҫтереп һата. Хәҙер уны бөтәһе лә таный. Шуға гел уға мөрәжәғәт итәләр. Ауылдаштары ла тик Григорийҙан ғына һатып алырға тырыша.

Григорийҙан ғына һатып алалар
Григорийҙан ғына һатып алалар

Йыйған аҡсаһын да тотона белә тырыш егет. Ул баҡса өсөн төрлө ҡорамалдар һатып ала. Яңыраҡ үлән сабыр өсөн триммерлы булған икән.

Григорийҙың ике йылытмаһы, йәйге верандаһы, ҡош-ҡорт тотоу өсөн һарайы ла бар. Быларҙың барыһын да үҙе эшләп ҡуйған.

Уңған, өлгөр егет киләсәктә яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә ниәтләй. Әле IX cиныфты тамамлаған Григорий ауыл хужалығы техникумына уҡырға барырға йыйына.

Уға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Иглин районы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас