Иглин районында ла юл буйында биҙрә-биҙрә еләк тәҡдим итеүселәр байтаҡ. Шуларҙың береһе – алтынсыға күскән Эмиль Шафиҡов атлы егет. Ул баш ҡалала йәшәй, 52-се лицейҙа белем ала, ә күрше райондағы Үктәй ауылына өләсәләренә барып йөрөй икән.
– Былтыр ошолай аҡса эшләү менән ҡыҙыҡһынып китте. Күпмелер йыйғас, беҙ ҙә өҫтәнек тә үҙенә электросамокат һатып алды улыбыҙ, – ти әсәһе Алина Айҙар ҡыҙы.
5 литрлыҡ биҙрәләге еләк уртаса 1 мең 200 һум тирәһенә үтә. Әле бер аҙнала 11 мең аҡса тупларға өлгөргән Эмиль. Үҙенә уҡыуға кәрәк-яраҡ алмаҡсы. Афарин!
Иглин районы.
Автор фотоһы.