- Күҙ теймәһен, бигерәк ижадҡа тартыла, - ти әсәһе Эльза Риф ҡыҙы. - Ҡыҙыҡһыныуҙары күп. Әле бына эпоксид ыҫмалаһынан эшләнгән әйберҙәрен килтерҙек.
Һүҙгә Раяна үҙе лә ҡушылды:
- Мин тағы ла һүрәт төшөрөү, фортепианола уйнау менән мауығам, инглиз теле һәм математика түңәрәктәренә йөрөйөм. Оҡшаған нәмәләремде һанап бөтә алмайым хатта. Ә бына эпоксид ыҫмалаһынан яһалған әйберҙәрҙе һәм резина браслеттарҙы бығаса гел әхирәттәремә бүләк итә торғайным. Бөгөн һатып ҡарарға уйланым.
Афарин, Раяна! Тырыш, маҡсатлы булып үҫ! Әйткәндәй, күпмелер ваҡыттан әйләнеп килгәндә, ҡыҙыҡай бер нисә әйберен һатып өлгөргәйне.
Автор фотоһы.