+20 °С
Ясно
VKOKМакс

14 йәшенән эшҡыуар

Иглин районы Иглин ҡасабаһында йәшәгән Тимур Исмәғилев бөгөн күптәр өсөн өлгө булып тора. Ул 14 йәшендә үк шәхси эшҡыуар булып теркәлгән, хәҙер был эшен киңәйтеп бара. Уңған егеттең бизнес юлына баҫыуында атаһы менән әсәһенең менән роле ҙур. Ярай әле эргәһендә улар бар. Әсәһенән финанс һәм бизнес нигеҙҙәрен өйрәнә. Ата-әсәһенең ярҙамы һәм таяныс булып тороуы уға бик кәрәк.

14 йәшенән эшҡыуар14 йәшенән эшҡыуар
14 йәшенән эшҡыуар

Йәш эшҡыуар ыҫланған балыҡ һәм ит ризыҡтары етештереү йүнәлешен һайлаған. Был эш ҡатмарлы, сифат һәм технология белеүҙе талап итә.

         – Тәүҙә мин 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙар өсөн ойошторолған субсидиялар конкурсында еңеп, 500 мең һум аҡсалы булдым. Был аҡсаға 100 килограмм сеймал һыйҙырышлы ыҫлау ҡорамалын һатып алдым. Уны беҙ яҙҙыртып алдыҡ, поезд менән ебәрҙеләр. Ҡоролма етештереү күләмен арттырырға, эште тиҙерәк һәм сифатлыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирә. Дәүләт тарафынан шәп һәм конкрет ярҙам. Ҡыш айында колбаса эшләү менән мәшғүлбеҙ, сифаты бик яҡшы, бер ниндәй ҙә химик тәмләткестәр, ароматизаторҙар ҡушмайбыҙ. Йәй айында тағы берәй эш менән мауығырға теләнем, атай-әсәйҙәрем дә ҡаршы килмәне.
         Тап тыуған көнөндә Тимур яңы йүнәлеште үҙләштереүҙе: коктейлдар һатыу буйынса кибет асты. Йәйге эҫелә һыуһыныңды ҡандырырға теләйһең икән, әйҙә, рәхим ит. Һинең күҙ алдыңда коктейлдар, попкорн, шәкәр мамығы әҙерләнеп тә бирелә. Хаҡтары ла тешләшмәй. Синыфташтарын һатыусы итеп алған, уларға ла көндәлек эш хаҡы түләй, шулай уҡ килгән сығымдан 10 процент өҫтәлеп бирелә. Балалар өсөн кибет эргәһендә батут ҡуйылған.

         Ғаиләлә баш бала ул. Бар эште лә еренә еткереп эшләй. Ейәнсура районы Мәзит ауылында йәшәгән ҡартаһы менән ҡәрсәһенә лә ярҙам итергә өлгөрә. Сибайҙа ла өләсәһе һағынып көтөп ала. Бына шундай тырыш, егәрле егет Өфө ҡалаһындағы сауҙа һәм иҡтисад колледжының туризм бүлегенең II курсын тамамлаған. Уҡыуында ла уңыштар насип булыуын теләйек.

         «Йәш эшҡыуарҙарға ниндәй теләктәр әйтер инең», тигәнгә:

         – Беҙ шундай шәп осорҙа йәшәйбеҙ. Дәүләт ярҙамын файҙаланырға кәрәк, әммә бының өсөн әүҙем булыу, тырышлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ мөһим. Көтөп ятмаҫҡа, эҙләнергә, өйрәнергә, тәжрибә, идеяларыңды тормошҡа ашырырға бик уңайлы ваҡыт, – тип йылмая ул.

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас