+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ҡымыҙ һаттым

Һигеҙенсене яҡшы ғына тамамланым. Йәйге каникулым ҙур концерт менән башланды. Мин «Guzal Dance» бейеү студияһында шөғөлләнәм, атай-әсәйҙәребеҙ, яҡындарыбыҙ сығышыбыҙҙы ҡарарға килде.

Ҡымыҙ һаттымҠымыҙ һаттым
Ҡымыҙ һаттым

Шул уҡ ваҡытта эшләй ҙә башланым. Тәүҙә мәктәп баҡсаһына йөрөнөм. Биш көн эшләгәнгә 2000 һум түләнеләр.
Ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Раушания апай Сабитова киоскыһына һатыусы эҙләгәнен белгәс, уға мөрәжәғәт иттем. Иван Якутов исемендәге парк­та ҡымыҙ һаттым. Ике көн эшләнем, ике көн ял иттем. Кеше күберәк йөрөһә, аҡса ла күберәк килә. Алты сменаға 5200 һум сыҡты.
Еләк бешкәс, әсәйем менән ҡырға сыҡтыҡ. Биш литрлыҡ биҙрәгә ҡыҙылдан, ҙурҙан еләк йый­ҙым да иғлан биреп, 1500 һумға һаттым.
Эшләгән аҡсам кейемгә, косметикаға китте. Йәйге лагерға ла үҙем йыйындым: кәрәк-яраҡ алдым. Аҡса эшләү мөмкинлеге булғас, күңелле – үҙеңде ҙур итеп тояһың!

Айгөл ХИСАМЕТДИНОВА,
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.
Өфө ҡалаһы.

Ҡымыҙ һаттым
Ҡымыҙ һаттым
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас