

– Был сара – балалар өсөн шәп мөмкинлек. Ысын эшҡыуар булырға, шулай уҡ үҙ һәләттәрен күрһәтергә, хеҙмәт емештәрен һатырға өйрәнә улар. Фекерҙәштәр таба, үҙ эшен асҡан тиҫтерҙәре менән аралаша, тәжрибә уртаҡлаша һәм башҡаларҙы илһамландыра алалар. Атай-әсәйҙәрҙең бөгөн балаларын хуплап тороуы бигерәк тә ҡыуаныслы, – ти ойоштороусыларҙың береһе Зөлфиә Исмәғилева.
Ысынлап та, ниҙәр генә юҡ йәрминкәлә! 10 йәшлек Самира Шәрипҡолова галстуктар, сумкалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр эшләй. Өфөнөң 86-сы гимназияһына I синыфҡа барыусы Арина Рәжәпова сәйләндән беләҙектәр һәм балдаҡтар үрә. Рамина Йыһаншина иһә Нуриман районынан килгән. Сағыу һүрәттәр төшөрә, уйынсыҡтар, сквиштар эшләй.
Таисия Сәлмәнова – 2-се мәктәп уҡыусыһы, V cиныфҡа бара.
– Мин үләндәрҙән панно, шәмдәр эшләргә яратам. Панно төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙем. Быны һәр кем булдыра ала. Бөгөнгө йәрминкәлә 2500 һум аҡса эшләнем, – ти ул.
Ә Вероника Чистоступова биҙәүестәр, тере сәскәләр менән аппликация эшләй. Ул да биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Софья Кислицына менән Ева Александрова иһә үҙ картиналарын тиҙ генә һатып ебәрҙе.
Балалар был көндө финанс белемдәрен үҫтерҙе. Аҡса эшләргә һәм дөрөҫ сарыф итергә лә өйрәнде.