-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
7 Июль 2018, 12:54

Мөғжизәләр күп булыр әле

Быйыл беҙҙең мәктәптә көндөҙгө ял лагеры Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы буйынса ойошторолдо. Балаларҙың шат тауыштарынан мәктәп гөрләп торҙо. Ваҡытыбыҙ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтте. Бер көнөбөҙҙө милли матбуғатҡа арнаныҡ. «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡыусылар күп булыуы шатландырҙы. Төрлө рубрикалар буйлап сәйәхәт иттек. «Минең өс айым» конкурсы айырыуса ҡыҙыҡ­һындырҙы. Ошо уңайҙан «Ижади минут» бәйгеһе иғлан ителгәс, ҡыҙыу эштәр башланды.

Илнар Ғәлишин: «Минең өс айым бик күңелле, мөғжизәләргә бай булыр, тип уйлайым. Әлеге ун көнөм дә ҡыҙыҡлы үтте. Лагерҙа иң оҡшағаны – саф һауала милли спорт уйындарында ҡатнашыу. Тәрбиәсебеҙ, физкультура уҡытыусыһы Зиннур Зөфәр улы менән футбол уйнайбыҙ. «Ә элек футбол тубы урынына нимә типтеләр икән?» – тигән һорау тыуҙы беҙҙә бер заман. Әле шуға күмәкләп яуап эҙләйбеҙ.

Нургөл Ғимранова: «Бейемәгән башҡорт булмай!» – тип тәрбиәсебеҙ Гүзәлиә Наил ҡыҙы бейергә өйрәтә. Көн дә шөғөлләнәбеҙ, ялҡытмай ҙа. Тыпырлығын сығабыҙ. «Сылбыр», «Өслө», «Дүртле», «Эйәр­тешле», «Асыҡ ауыҙ» тигән йырлы-бейеүле уйындар өйрәндек. Йәйге каникулыбыҙ ана шулай күңелле башланды. Барыбыҙға ла лагерҙа ныҡ оҡшай».

Әлмира Әхмәҙуллина: «Фантазия» тип аталды бер уйын. Мин ракетаға ултырып йы­һан­ға осоу тураһында хыялландым. Президентыбыҙ Владимир Путин менән бергә сәйәхәт иттем. Кометалар урынына кәнфит ағастары үҫә икән дә?! Кәрзин тултырып тәмлекәстәр алып ҡайттыҡ. Президент беҙҙең малайҙар менән футбол уйнаны һәм уның менән бергәләп йыһан кәнфиттәрен тараттыҡ. Ҡы­ҙыҡтар күп булды. Тағы яҙыр­мын әле. Алда ике ай бар бит».

Өмөт Аҡъюлов: «Тәрбиәсебеҙ Фирүзә Рәйес ҡыҙы компьютер аша боронғо башҡорт йәйләүенә экскурсия ойошторҙо. Бигерәк ҡыҙыҡ икән ул ваҡыт аша сәйәхәт итеү. Тәбиғәттең хозурлығы һоҡландырҙы. Әле лә беҙҙең Дим буй­ҙары шундай матур. Тирә-яҡты һаҡларға ла тейешбеҙ».
Бына шулай башланды йәйге ялыбыҙ. Алда мөғжизәләр күп булыр әле.

«Йәйләү»ҙә ял итеүселәр.

Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Читайте нас: