+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
27 Июль 2018, 18:22

Биш килолыҡ суртан

Юлдаш ҡустым менән балыҡ ҡармаҡларға яратабыҙ. Атайымдан күскәндер инде. Ул беҙҙе бәләкәйҙән үҙе менән бергә алып йөрөнө. Күлгә лә барабыҙ, Инйәр йылға­һында ла тотабыҙ. Инйәр ауылыбыҙҙың уртаһынан ғына аға. Таҙа һыулы матур йылға. Йәй буйына унда һыу инеп тә рәхәтләнәбеҙ. Атайым әйтеүенсә, уның балығы элек бигерәк күп булған. Хәҙер ни өсөндөр кәмегән. Быныһы үкенесле, әлбиттә.

Бер көндө күлдә балыҡ тотоп йөрөһәк, яр ситендә генә ҙур йылан ята. Беҙҙе күреп ҡалғас, ҡаршыбыҙға шыуыша башланы. Нимә эшләргә белмәй, урыныбыҙҙан ҡуҙғала алмай ҡаттыҡ та ҡалдыҡ. Яҡынайғандан-яҡыная был. Бер заман туҡтаны ла башын күтәрә башламаһынмы! Шунда ғына аңыбыҙға килдек: ҡасырға кәрәк. Шым ғына артҡа китә башлағайныҡ, был да шыуыша бит, әй. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй йүгерҙек кенә. Балыҡһыҙ ҡайттыҡ. Күлдә табан балыҡтар ҡармаҡлай тор­ғайныҡ.
Уның ҡарауы, иртәгеһен атайым ҙур уңыш менән ҡайтты. Суртан эләктергән. Уның да ниндәйе әле! Балыҡсылар маҡтанырға яратҡанса, бына ошо-о-о-ндайы! Оҙонлоғо – 1 метрға яҡын, Юлдаштан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ. Ауырлығы – 5 килограмм. Телем­ләп тур­ағайныҡ, бер ҙур таба булды ла ҡуйҙы. Үҙебеҙ ҙә туй­ғансы ашаныҡ, туғандарға ла тараттыҡ.
Их, шунда ялҡауланмайынса атайыма эйәреп барһаҡ, суртанды нисек һөйрәп сығар­ғанын күрер инек. Уның һөйләүе буйынса, байтаҡ ҡы­на тартҡылашҡандар. Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ күренеш булыр ине был хәл.

Фәнис НӨҒӘМӘНОВ.

Белорет районы, Йөйәк ауылы.
Читайте нас: