Буш ваҡытымда шиғырҙар яҙам, ҡумыҙҙа уйнайым, һеңлемә лә өйрәтәм. Быйыл төбәк-ара ҡумыҙсылар ярышында III дәрәжә дипломға лайыҡ булдым. Киләһе йыл, Алла бирһә, республика бәйгеһендә ҡатнашырға йыйынам. Төрлө ҡоштарҙы тыңлап, уларҙың тауышын сығара беләм. Атайым эшләп биргән ағас һыҙғыртҡыста ла өйрәндем. Ул ҡайҙан ғына яһаным, тигән көнгә төшә. Тауышынан ялҡып китәләрҙер инде.
Һеңлем менән икебеҙ ҙә йырларға әүәҫбеҙ. Һыу инергә лә өлгөрәбеҙ, ҡыҙынабыҙ. Үҙән йылғаһы яҡын ғына, эргәнән генә ағып ята.
Еләк йыйырға ла яратабыҙ. Был ваҡытта урманда рәхәт. Әсәйебеҙ менән бергәләп ҡышҡылыҡҡа күп итеп ҡайнатма әҙерләнек.
Олатайым менән бесәнгә йөрөүе лә күңелле. Эш күп, әммә бергәләп башҡарғас, арымайбыҙ. Беҙ, ике ҡыҙыҡай, һәр ваҡыт нимә булһа ла уйлап табып ҡына торабыҙ. Бушаған арала бесәнселәргә концерт та күрһәтәбеҙ. Әсәйемдең бала табыу йортонан тағы ла бер һеңле алып ҡайтҡанын теләйбеҙ. Өс ҡыҙыҡайға тағы ла күңеллерәк булыр ине.