Йәйге каникул башланыуын ашҡынып көтөп алдым. Сөнки беҙ, V синыф уҡыусылары (етәксебеҙ – Раушания Ғайсина), каникулдың тәүге көндәрендә үк атай-әсәйҙәребеҙ менән Әбйәлил районының Асҡар ауылы эргәһендә урынлашҡан «Экстрим» туристик лагерына ял итергә барҙыҡ. Бик күңелле үтте көндәребеҙ. Тиҫтерҙәрем менән шар эсенә инеп ултырып, һыу өҫтөндә йөрөнөк, батутта һикерҙек, тирҙа төҫлө буяуҙар менән атып, бүләктәр оттоҡ, төрлө аттракциондарҙа эйҙек, квадроциклда йөрөнөк. Ә иң мауыҡтырғысы ағас баштарынан һуҙылған бауҙан үрмәләү булды. Беҙгә ҡарап торған атай-әсәйҙәребеҙҙең дә күҙҙәре ҡыҙҙы, ахырыһы, ағас башына менеп киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Иң һуңынан ата-әсәләр командаһы һәм уҡыусылар араһында спорт ярыштары үткәрелде. Ябай ғына түгел: кемдер – ҙур бейәләй, берәүҙәр аяғына ласта кейҙе. Сумоистар кейемен дә файҙаланып ҡараныҡ. Асыҡһаҡ, тирмәгә инеп, тамаҡ ялғап алдыҡ. Аш-һыу бешерергә кәстрүл, сәйнүк тә, микротулҡынлы мейес тә бар. Хатта күңел асыр өсөн магнитофон табылды.
Был лагерҙа шулай уҡ беҙҙең менән бәләкәстәр ҙә ял итте. 2 йәштән алып 7 йәшкә тиклемдәргә айырым уйын урындары бар. Ошондай матур ял өсөн лагерь хужаһы Лидар ағайға һәм уның командаһына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡышҡыһын тауҙан шыуырға ла килербеҙ әле синыфташтарым менән.