+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
17 Август 2018, 11:44

Һеңлеләремде ҡараштым

Эх, күңелле шул йәй айҙары! Быйыл эшем үтә ныҡ күп булһа ла, ялым бик матур үтеп бара. Мин бит хәҙер ҙур ҡыҙ – өсөнсө синыфҡа уҡырға барам. Шуға ла әсәйем күп эштәрҙе миңә ышанып тапшыра. Өй йыйыштырам, баҡсаға һыу һибәм, ҡый утайым, көтөү ҡаршылайым. Әйткәнде лә көтмәй, үҙем белеп башҡарам.

Быйыл бигерәк яуаплы эш эләкте миңә. Ниндәй, тиһегеҙме? Ике туған һеңлеләрем – Элина менән Йәсминәне ҡараштым. Элиналар Сорғот ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайт­ҡайны, ә Йәсминәләр үҙебеҙҙең ауылда тора. Шул тиклем ныҡ өйрәндем үҙҙәренә. Ҡайтып китһә, Элинаны һағынырмын инде.
Ә әле көс туплап, рәхәтләнеп ял итәм. Уҡырға барырға әҙерләнәм. Мәктәбемде лә ныҡ һағындым.

Гөлфизә МӨХӘМӘҘИЙӘРОВА.

Миәкә районы, Илсеғол мәктәбе.

Читайте нас: