-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
24 Август 2018, 14:17

Иң шәп мәл

Йылдағыса, уҡыуҙар тамамланыу менән мәктәп ҡарамағындағы «Янғын һүндереүселәрҙең йәш дуҫтары» тип исемләнгән лагерға йөрөй башланым. 21 көн дауам иткән ялы­быҙҙы файҙалы һәм ҡы­ҙыҡлы итеп үткәр­ҙек. Лагерь етәксеһе Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы, әйҙәүселәр һәм тәрбиәселәр беҙҙең һәр көнөбөҙҙө күңелле, фәһемле итеп ойошторҙо.

Янғынға ҡаршы иҫкәртеү, аңлатыу эше алып барҙылар, конкурстар, викториналар үткәрҙеләр, фәһем алырлыҡ йәнһүрәттәр һәм фильмдар ҡараныҡ. Быларҙан тыш, янғын һүндереү ҡоролмалары менән эш итергә өйрәндек, «ғәҙәттән тыш хәлдәр­ҙә» эвакуация яһап ҡараныҡ, янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсияға барҙыҡ, улар менән әңгәмә үткәрҙек. Педиатр­ҙар янғында зыян күреүселәргә тәүге ярҙамды күр­һәтергә өйрәтте.

Бассейнға, «Экстрим», «Юр­ға» ат сабыштырыу клубтарына барыу ҙа ныҡ оҡшаны. Шулай уҡ балыҡ ҡармаҡларға, тәбиғәт ҡосағына экскурсияға сығырға ла өлгөрҙөк.

21 көн һиҙелмәй үтеп тә китте. Шунан мин Хәлил ауылында йәшәгән туғандарыбыҙға ҡунаҡҡа барҙым. Унда Гүзәлиә апайым менән һыу инергә йөрөнөк, төрлө уйындар уйнаныҡ, өлкәндәр менән бергәләшеп күршеләге Мәхмүт ауылын да күреп ҡайттыҡ. Унда бик матур сарала ҡатнаштыҡ. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына халыҡ бик күп йыйылғайны. Ныҡ оҡшаны, сәмле уйындар ойошторҙолар, матур концерт күрһәттеләр. Мин үҙемде дартс уйынында һынап ҡараным һәм бөтә шар­ҙарҙы ла шартлаттым. Беләһегеҙме, нимә оттом? Мультиварка. Әсәйемдең һөйөнгәнен күрһәгеҙ! Үҙем тураһында әйтеп тораһы ла түгел инде.

Әлеге мәлдә Ҡыҙыл буйына һыу инергә йөрөйбөҙ, саф һауала дуҫтарым менән төрлө уйындар уйнайбыҙ, көн дә спорт менән шөғөлләнәм, әсәйем менән атайыма ярҙам итешәм.


Назар Ямалов, III синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Амангилде ауылы.
Читайте нас: