Ауылыбыҙҙың уртаһында селтерәп ағып ятҡан Рәхмәт шишмәһенә лә барҙыҡ. Уны бик боронғо, тиҙәр. Урам халҡын һыуға туйындырып торған. Һыуы йомшаҡ, шифалы булғанға, гел рәхмәт әйтеп, исеме лә шулай ҡушылған. Эргәһендә матур ғына ял итеү урыны ла бар. Беҙ тәүҙә рәхәтләнеп һыу эстек, аҙаҡ тирә-яғын йыйыштырҙыҡ. Көн файҙалы үткәнгә бик шатландыҡ.