+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
31 Август 2018, 13:52

Туйҙа йөрөү күңелле!

Йәйҙең иң матур хәтирәһе булып өлкән апайым Регинаның туйы иҫтә ҡалды. Ул Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылына килен булып төштө. Беҙ бик күңелле итеп туйҙа ла йөрөп ҡайттыҡ. Регина апайым менән Марсель еҙнәйгә тигеҙ ғаилә тормошо, бәхет теләйем.

Эй, яратам да инде йәйге каникул мәлен! Туйғансы йоҡлайһың, дуҫ ҡыҙҙар менән ҡараңғы төшкәнсе үҙебеҙҙең майҙансыҡта серләшеп ултыраһың, йылғала рәхәтләнеп һыу инәһең!

Минең уйлайымса, иң күңелле ял барыбер ауылда үтә. Шулай булмай ни, ҡалалағы дуҫтарыбыҙ ҙа бит йәй айҙарын – өләсәй-олатай­ҙарына ҡайтыр мәлде түҙем­һеҙләнеп көтә.

Каникулда беҙ ял итеү менән бергә йорт эштәрен­дә ярҙамлашырға ла өлгө­рә­беҙ. «Ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә, бөтмәй ин­де», – ти әсәйем. Шуға мин ҡул­дан килгәнсә тырышып, ихлас ярҙамлашам. Баҡса ҡа­рау, өй йыйыштырыу ке­үек ваҡ мәшәҡәттәр минең өҫтә.

Быйылғы ялымда байтаҡ ваҡытымды бер туған апайымдың ҡыҙын, бер йәшлек кенә Әлиә туғанымды, ҡарап үткәрҙем. Бәләкәсебеҙ ата-әсәһен, ҡартатай-өләсәйҙәрен көн һайын яңы һөнәрҙәре менән ҡыуандырҙы. Бер көндө Юлиә апайым кер йыу­ған саҡта Әлиә уның эргәһендә тастағы һыу менән уйнаған. Ҡулдары, өҫтө бысранған икән. Бер заман ҡыс­ҡырып илап ебәргән. Апайым әйләнеп ҡараһа, һыулы тас эсендә ултыра икән. Бысран­ған күлдәген йыуырға уйлағандыр, моғайын. Белеп ҡуйығыҙ: беҙҙең Әлиә таҙалыҡты ярата.

Йәйҙең иң матур хәтирәһе булып өлкән апайым Регинаның туйы иҫтә ҡалды. Ул Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылына килен булып төштө. Беҙ бик күңелле итеп туйҙа ла йөрөп ҡайттыҡ. Регина апайым менән Марсель еҙнәйгә тигеҙ ғаилә тормошо, бәхет теләйем.

Шулай матур иҫтәлектәре менән өс айым үтеп тә китте. Яңы уҡыу йылын яңы көс, дәрт менән башларға, тырышып уҡырға кәрәк инде.

Әҙилә МӨСТӘХИТДИНОВА.

Йылайыр районы, Матрай ауылы.
Читайте нас: