Быйылғы йәй минең өсөн бик иҫтәлекле ваҡиға менән башланды. Беҙҙең «Урал ҡыҙы» бейеү ансамбле Сочи ҡалаһында үткән балалар ижади фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә иреште бит. Әлбиттә, унда барыуҙы түҙемһеҙләнеп көттөк. Былтыр октябрь айында Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙған фестивалдә сығыш яһап, Сочиҙа үтәсәк ҙур сараға йүнәлтмә алғайныҡ. Артабан алты ай буйына халыҡ-ара конкурста ҡатнашыу өсөн яңы бейеүҙәр әҙерләп, көн һайын өсәр сәғәтлек репетицияға йөрөнөк.
Ниһайәт, көткән көн килеп етте. Етәксебеҙ, хореограф Эльвира Ғәйетбаева билеттарҙы март айында уҡ алып ҡуйғайны. 9 июнь көндө Нижневартовск – Сочи поезына ултырып, оҙон юлға сығып та киттек. Ватаныбыҙҙың сикһеҙ киңлектәре буйлап елдереп, тәбиғәт матурлығына һоҡланып бара торғас, ваҡыт та тиҙ үтте. Данлыҡлы Һамар, Һарытау, Волгоград, Краснодар ҡалалары артта ҡалды. Иҫ китмәле Волганы ла күрҙек. Ватан-Әсә монументы янынан үттек. Алда Кавказ тауҙары, бейек-бейек ҡаялар… Туннелдәрҙең күплеген күрһәгеҙ!
«Бөйөк Уралдан Бөйөк Кавказға сәләм!» – тип тау эргәһенән уҙҙыҡ. Уның итәген йыуып ятҡан Ҡара диңгеҙ ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Лоо ҡалаһының станцияһынан «Аҡ төндәр» ял йортона оҙатып ҡуйҙылар. Бүлмәләргә урынлашыу менән киске ашҡа саҡырҙылар. Аҙаҡ диңгеҙгә йүгерҙек. Эҫе ҡояш, йылы һыу, ҡомлоҡтар… Хөрриәт! Беҙ йәшәгән ял йортоноң тирә-яғы төрлө-төрлө ағастар, сәскәләр менән уратып алынған. Йылы яҡта ла, һыуыҡ төбәктәрҙә лә үҫкән ағастар бар.
Тәүге көндө байрамды асыу тантанаһы булды. Иртәгеһен Сочиға Олимпиада паркына барҙыҡ. Йырсы фонтан, олимпиада ҡулсалары янында фотоға төштөк. Өсөнсө көндө фестивалдә ҡатнаштыҡ. «Һабантуй» менән «Башҡорт сувениры» тигән ике башҡорт бейеүен күрһәттек. Етәксебеҙ Эльвира Ирмәк ҡыҙы ошондай халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәр ваҡыт үҙебеҙҙең бейеүҙәрҙе ҡуя. Милли кейемдәргә һоҡланмаған кеше ҡалманы. Һәр сығышыбыҙҙа сәхнәгә таҡмаҡтар һәм ҡурай менән сыҡтыҡ.
Ана шулай үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәре менән тыуған Ватаныбыҙ буйлап ғорурланып йөрөп ҡайттыҡ. Унда алған тәьҫораттарыбыҙ ғүмерҙә лә онотолмаҫ инде.