+1 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
14 Сентябрь 2018, 13:58
Һаҡмар буйлап сәйәхәт
Беләһегеҙме, быйыл мин Һаҡмар йылғаһының урғылып сыҡҡан еренән алып ҡойған урынына тиклем сәйәхәт ҡылдым. Ул Өмөтбай ауылы тирәһендәрәк бәләкәй генә шишмә булып башлана икән. Синыфыбыҙ менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскусияға барғанда шунда туҡталып киттек. Беҙҙең ауылыбыҙ ҙа Һаҡмар буйында урынлашҡан.
Беләһегеҙме, быйыл мин Һаҡмар йылғаһының урғылып сыҡҡан еренән алып ҡойған урынына тиклем сәйәхәт ҡылдым. Ул Өмөтбай ауылы тирәһендәрәк бәләкәй генә шишмә булып башлана икән. Синыфыбыҙ менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскусияға барғанда шунда туҡталып киттек. Беҙҙең ауылыбыҙ ҙа Һаҡмар буйында урынлашҡан.
Экскурсиянан ҡайтҡас, бер нисә көндән ағайым беҙҙе Ырымбур ҡалаһына алып барҙы. Шулай итеп, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондарында булдым. Һаҡмарға Йылайыр ҡойған ерҙе күрҙек. Артабан Эйек, Һүрәм йылғалары аша үтеп, Ырымбур өлкәһенә сыҡтыҡ. Башҡортостандың ҡуйы урманлы, бейек таулы тәбиғәтенән һуң беҙҙе сикһеҙ дала ҡаршы алды.
Тарихи Ырымбур... Боронғо йорттар һаҡланған, элеккесә тар урамдары булған, хәрби ҡәлғә итеп төҙөлгән ҡалала һаман да ат тояҡтары тауышы ишетелгәндәй тойола. Ҡасандыр үҙемдең ҡарт олатайым Ғәзиз Абдулғариф улы Туйтирәков та казак отрядында хәрби хеҙмәттә ошонда булған. Әле беҙ йөрөгән урамдарҙан ул да атлағандыр, моғайын.
Бына алдыбыҙҙа – Каруанһарай. Тәҙрәләренән беҙгә тарих ҡарай...
Бында Европа менән Азия осраша. Һаҡмар Уралға ҡоя. Ул бормаланып, ашҡынып, ҡара урмандар, тау-таштар, тигеҙлектәр аша үтеп, ҙур йылғаға ҡушылғас, тынысланып ҡалғандай. Шишмәләй генә башланған Һаҡмар мул һыулыға әүерелә.
Быйылғы сәйәхәтемдән ана шулай үҙем өсөн әллә күпме мәғлүмәт алдым.
Мәүлиҙә ЙОМАҒУЖИНА.
Баймаҡ районы, Ғүмәр ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...