-4 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
21 Сентябрь 2018, 16:03
Fәҙелша шарлауығында
Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе һәр ваҡыт экскурсияларға, походтарға алып йөрөргә тырыша. Синыф етәксебеҙ Илүзә Хатип ҡыҙы менән дә күп кенә урындарҙа булдыҡ. Бөрсөнсө һәм Талҡаҫ күлдәренә, өлтөк ҡарағастарға, Асҡарҙағы бассейнға, Белорет районында урынлашҡан «Абҙаҡ» спорт-һауыҡтырыу комплексындағы аквапаркка сәйәхәт ҡылдыҡ.
Ә быйыл йәй беҙ, етенсене һәм һигеҙенсене тамамлаусылар, синыф етәкселәребеҙ Айбулат Сәрүәр улы Һибәтов һәм Илүзә Хатип ҡыҙы Яҡупова менән Темәс ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ. Ул 1896 –1897 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер олоҫоноң административ үҙәге булып төҙөлә. Ә аҙаҡ был йорт 1985 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Барый Мирхәйҙәр улы Буранбаевтың мөрәжәғәте буйынса музей булып теркәлә. Уның тураһында Илгизә Илдар ҡыҙы бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Урал аръяғы башҡорттарының йәшәү рәүеше, тормош-көнкүреш әйберҙәре менән дә таныштыҡ.
Музейҙан һуң Ғәҙелша шарлауығына юлландыҡ. Килеп еткәс, сәй ҡайнатып эстек. Бер аҙ ял итеп алғас, шарлауыҡҡа табан атланыҡ. Өҫкә күтәрелеүе ауыр ғына булды. Беҙ һуҡмаҡ буйлап китеп тик барғанбыҙ, шуға ла шарлауыҡты үтеп киткәнебеҙҙе лә һиҙмәгәнбеҙ. Арттараҡ барған Айбулат ағай беҙҙе юғалтҡас, эҙләй сыҡҡан. Шул арала бер малайҙың кеҫә телефоны төшөп ҡалған, уны таба алмай ике сәғәттәй йөрөнөк. Кәйеф әҙерәк ҡырылды инде. Бигерәк тә телефон хужаһыныҡы. Шуға ҡарамаҫтан, шарлауыҡты төшөп ҡараныҡ. Матурлығына хайран ҡалырлыҡ. Һыу бейектән тулҡынланып ағып төшә лә яҫы таштар араһынан бормаланып ағып китә. Тәбиғәте лә серле һәм мөғжизәле һымаҡ.
Ҡайтышлай Бейәғаза тауы эргәһендә парашютта, дельтапланда осоп йөрөүселәрҙе күрҙек. Ошондай күңелле ял бүләк иткәндәре өсөн уҡытыусыларыбыҙға һәм автобус водителе Илгиз Моталовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Заһиҙә РӘЖӘПОВА,
йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...