+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
21 Сентябрь 2018, 15:59

Матайға ултырҙым, машина йөрөттөм

Каникулда рәхәтләнеп велосипедта йөрөнөм. Малай кешенең шул инде, «тимер ат»ҡа атланһаң, донъяңды онотаһың. Дуҫтарым Даниэль, Тимур, Айнур, Айҙар менән ярыштар ойошторҙоҡ. Мин гел беренсе булдым. Хатта бер заман велосипедымдың тәгәрмәсе шартланы. Уны күтәреп алып ҡайтырға тура килде. Ярай әле дуҫтарым ярҙам итеште, юғиһә, велосипед ауыр ғына икән.

Аҙаҡ Илмир менән скейтта йөрөй башланыҡ. Ғәләмәт шәп әйбер! Әйткәндәй, быйыл мин күп нәмәгә өйрәндем. Матайға ултырып ҡайҙарға ғына барманым. Атайым машинала йөрөргә лә өйрәтте. Күптәнге хыялым ине. Ул да тормошҡа ашты. Был егет бер нәмә эшләмәй, урамда елдереп тик йөрөгән икән, тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Йорт-ҡура тирәһендә атай-әсәйемә лә ярҙамлаштым.

Көндәр бик эҫе саҡта йылға буйына ашыҡтыҡ. Һыу инеп, рәхәтләнеп ҡыҙындыҡ. Ҡустым Данил, атайым менән бергәләп быуаға балыҡҡа йөрөнөк. Күп итеп бәрҙе, ҡыҙылғанат, суртан тоттоҡ. Уларҙан яратҡан бесәйебеҙ Коко Шанелгә лә өлөш сығарҙыҡ. Балыҡ тоторға барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Данилға ла ныҡ оҡшай. Хатта Тирмән ауылында йәшәгән бабайымдарға барып, Оло Ер йылғаһында ҡармаҡ һалдыҡ. Унда балыҡтар Әйҙән күтәрелә. Ғаиләбеҙ менән ошо йылға буйына ял итергә лә барҙыҡ. Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләндек кенә, иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Беҙҙең яҡтың матурлығына хайран ҡалырлыҡ шул. Алған тәьҫораттарыбыҙ йыл буйына етерлек булды.

Һуңынан мине баш ҡалалағы «Салют» дауаханаһына ял итергә ебәрҙеләр. Унда Артём, Илнар, Вадим, Тимур, Миша тигән малайҙар менән таныштым, бер бүлмәлә йәшәнек. Бергә туп уйнаныҡ, массажға, биоптронға йөрөнөк, тоҙ шахтаһында ултырҙыҡ, дарыу үләндәренән сәй эстек. Иртәнге физкультура, волейбол, футбол, теннис, бильярд уйнау, ҡыуыш төҙөү мауыҡтырғыс булды.

Әсәйемдәр алырға килгәс, магазиндар буйлап йөрөп, мәктәпкә барырға әйберҙәр: костюм, ботинка, кроссовка, сумка һәм башҡа әйберҙәр һатып алдыҡ. Быйыл ҡустым да беренсе синыфҡа уҡырға барҙы. Тырышып-тырышып башҡортса ла, урыҫса ла шиғыр ятланы. Ә мин интернет аша «Сталкер», «Гарри Поттер», «Балдаҡтар хужаһы» китаптарын уҡыным.

Шулай итеп, йәйге каникулым ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле һәм файҙалы үтеп китте. Хәҙер инде тырышып уҡырға ғына ҡала.

Алмаз БАСИРОВ.
Салауат районы, Мөрсәлим мәктәбе.

Читайте нас: