-5 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
28 Сентябрь 2018, 18:11
Тау башында доға ҡылдыҡ
Йәйге каникулымды һағынып көтөп алам. Бигерәк күңелле ваҡыт бит ул. Һыу инергә, велосипедта йөрөргә, һабантуйҙарҙа ҡатнашырға, берәй ергә ял итергә барырға мөмкин.Быйыл 1 июндән беҙҙә мәктәп лагеры асылды. Унда көн һайын ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ уйындар уйнаныҡ, тәмле аштар ашаныҡ. Ә 7 июндә мәктәптә шаулап-гөрләп һабантуй уҙҙы. Төрлө уйындарҙа ҡатнаштым: эстафетала йүгерҙем, ҡапсыҡта һикерҙем.
Бер көндө беҙҙе Илсеғол ауылы эргәһендәге Нарыҫтауға алып барҙылар. Уның тирә-яғы тап-таҙа, бер сүп тапмаҫһың. Шулай булмай, был бит изге урын һанала. Тау башына менеп, доға ҡылып, шифалы шишмәнең һыуында ҡойоноп ҡайттыҡ. Беҙгә бик оҡшаны. Икенсе көндө Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы бассейнға һыу инергә барҙыҡ. Һуңынан мәҙәниәт һәм ял итеү паркында булдыҡ. Лагерҙың аҙаҡҡы көнөндә беҙгә тәмлекәстәр тараттылар. Рәхәтләнеп һыйландыҡ.
Июль айында бер көн Азамат ағайым, Азалиә апайым һәм Илнар туғаным менән көтөү көттөк. Унда көнө буйы йөрөһәк тә, арыманыҡ, киреһенсә, күңелле булды. Ә июль аҙағында Лилиә апайым менән Рәдис еҙнәйем Мәләүез районындағы «Нөгөш» ял итеү базаһына алып барҙы. Беҙ унда ике көн булдыҡ. Нөгөштөң һыуы йылы һәм таҙа икән. Катамаранда йөрөнөм, ҡурҙаҡ ашаным, һыуһаҡлағыстағы аҡсарлаҡтарҙы күҙәттем. Балыҡ тотоп ашайҙар, ҡарап тороуы ирмәк инде.
Августа ғына тыуған Тамъян-Таймаҫыма ҡайттым. Ғаиләбеҙ менән бер нисә көн рәттән Дим буйына һыу инергә төштөк. Һыуы һалҡынсараҡ булһа ла, рәхәтләнеп йөҙҙөк, сапылдашып уйнаныҡ.
Йәйге ялымдың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Аделина ҒӘЛИШИНА, VI синыф уҡыусыһы.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...