+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
7 Июнь 2019, 14:21

"Минең өс айым"

Һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, әҙерме? Йола буйынса, һәр йәйҙә үткәрелә торған «Минең өс айым» конкурсын башлайбыҙ.

Эй, күңелле мәл етте, бөтәгеҙ ҙә көтөп алған иң оҙон каникул! Уны һәр кем үҙенсә уҙғара инде. Өс ай буйына ниҙәр эшләйәсәкһегеҙ, ялығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ? Һеҙҙе ҡайҙа сәйәхәт көтә? Тиҙҙән емеш-еләк бешә. Көндәр матурайып китһә, рәхәтләнеп һыу инергә, ҡояшта ҡыҙынырға була. Ауыл малай­ҙары балыҡ та ҡармаҡлайҙыр әле. Ана шул ваҡытта берәй ҡыҙыҡлы ғына йәки мажаралы хәлгә тарып та ҡуяһың. Шул турала «Йәншишмә» гәзитенә яҙып ебәрергә онотмағыҙ, йәме.

Бәйге 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Редакцияға килгән ҡыҙыҡлы хаттарҙың барыһы ла «Йәншишмә»лә баҫыласаҡ. Әгәр ҙә гәзиткә яҙылған булһағыҙ, һеҙ үҙегеҙ ҙә башҡаларҙың нисек ял итеүе, ҡайҙарға барыуҙары, ниндәй мажараларға тарыуҙары тураһында гәзиттән уҡып белерһегеҙ.

Йәгеҙ әле, кем башлап ебәрер икән бәйгене?! Иң тәүге булып килгән хәбәр авторына ла бүләк биреләсәк. Ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: