+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
14 Июнь 2019, 13:27

Минең полигондағы мажараларым йәки «Хәрби әҙерлек – 2019»

Күптән инде өлкән синыф егеттәренең хәрби хеҙмәткә әҙерлек үтеүҙәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Махсус кейемдәге тигеҙ сафҡа теҙелеп атлаған буласаҡ һалдаттар кемде һоҡландырмаҫ! Эх, егет бул­һам, мин дә шулай хәрбиҙәрсә йөрөр инем, тип хыялланып та алғаным булды (сөнки улар араһында ҡыҙҙарҙы күргәнем юҡ ине).

Ниһайәт, синыфташтарыма ла хәрби әҙерлек үтеү мәле етте һәм шунда үҙемдең дә полигонға барғым килеүен аңланым. Минеңсә, унда барыу – хәрби күнекмәләрҙең иң ҡыҙыҡ, серле өлөшө. Егеттәргә форма таратҡандарын күреп ҡалғас, оҙаҡ уйлап тормай, сиратҡа барҙым да баҫтым. Иң аҙаҡтан инеп, зинһар, мине лә алығыҙ, ысын атыш яланын күрергә теләгем ҙур, тинем. Әлбиттә, берәү ҙә: «Әйҙә, әйҙә!» – тимәне, ҡәтғи генә: «Юҡ!» – тигән яуап ишетелде. Етенсе тапҡыр үтенгәндә лә, ризалыҡ бирмәҫтәр, тип уйлап, улай­һа, хәбәрсе булып барайым да фото төшөрөп, аҙаҡ хәрби әҙерлектең нисек уҙыуы хаҡында мәктәп сайтына яҙып сы­ғырмын, уҡыусыларға ҡыҙыҡ булыр, тинем. Был тәҡдимде тормош хәүефһеҙлеге нигеҙ­ҙәре уҡытыусыһы хупланы, ахырыһы, әллә минең менән күп һүҙ көрәштереп, ваҡыт әрәм иткеһе килмәгәндәнме икән, ярай, яҙырһың, тип белдерҙе.

Тәғәйенләнгән көндә таңғы биштә тороп, алдан әҙерләгән хәрби төҫтәге, стилдәге кейемдәремде кейеп, Совет районы мәктәптәренән полигонға барыусылар йыйылған урынға юлландым. Уҡытыусыма шылтыраттым, онотор ҙа бармаҫ, тип уйланымы икән, бер аҙ аптырап: «Әллә йөрөмәй­һең­ме?» – тигән була. Шулай ҙа рөхсәт итте. Буласаҡ һалдаттар махсус автобустарҙы көткән урынға яҡынлаған һайын, кү­ңелдә ниндәйҙер ҡыуаныслы тулҡынланыу арта барҙы. Синыфташтарым минең килеүемде төрлөсә ҡабул итте. Берәүҙәре, беҙҙе оҙатырға килдеңме, тип шаяртты, икенселәре иртәнге йүгереүгә сыҡ­ҡанмын да осраҡлы ғына улар янына килеп юлыҡҡанмын, тип уйланы.

Сәғәт ярым көткәс, йыйыл­ғандарҙы ҙур-ҙур автобустарға тейәнеләр ҙә полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында Алкин ҡасабаһы эргәһендәге хәрби полигонға юлландыҡ.

Егеттәр өсөн был алдан көтөлгән, ябай сәфәр булғанғамы, артыҡ иҫтәре китмәгән һымаҡ тойолдо, хатта күптәре юлда күҙҙәрен йомоп, серем итеп барҙы. Ә мин урынымда ултырып сыҙай алмай, тиҙерәк хәрби часты күргем килде.

Барғас, башҡа мәктәптәр араһында сират алып, яланға ял итергә туҡтаныҡ, ҡапҡылап алдыҡ. Алыҫ түгел атыу тауыштары ла ишеткәс, бөтөнләй йөрәкһетте. Унда егеттәр геү килә. Үҙҙәрен буласаҡ ил һаҡсылары итеп тойоп, кәүҙәләрен төҙ тотоп йөрөйҙәр, етмәһә. Байтаҡ ваҡыт үтте, беҙҙең сират һаман етмәй. Шул саҡ хәрби формалағы бер оло ғына ағай эргәбеҙгә килде, хәбәрен һөйләп бөткәс, миңә оҙаҡ текләп ҡарап торҙо. «Нишләп бында ҡыҙ кешене алып килдегеҙ!» – тип уҡытыу­сымды шелтәләмәһә ярар ине, тип ҡотом осто. Бәхетемә күрә, ул ағай: «Абау, ҡыҙ кеше лә килгән икән, бындай осраҡтар бик һирәк була беҙҙә. Атырға, тип килдеңме, әллә егеттәрҙе дәртләндереп торорғамы?» – тине. Шул һүҙҙәрҙән һуң мин ҡыйыуланып киттем. Егеттәр дүрт колоннаға теҙелгәс, йәһәт кенә араларына баҫтым да полигонға инеп киттек. Инде теләгем тормошҡа аша шикелле, тип ҡыуанып, башҡалар менән бергә инструктаж тыңлап тор­ғанда уҡытыусым Булат Салауат улы Туҡтамышев саҡырып алды ла: «Был бит һиңә ҡағылмай, унда нимә ҡарап тораһың ул», – тине миңә. Кәйеф әҙерәк төшһә лә, һыр бирмәнем, сөнки бында, ысынлап та, хәбәрсе булараҡ килергә генә рөхсәт алғайным бит. Шунан мине атышты яҡындан күҙәтеп кенә торор өсөн хәрби һаҡсылар янына ебәрҙеләр. Егеттәрҙең инструктаж үткәс, патрондар алып, каска һәм бронежилет кейеп, атыу урынына берәм-берәм йүгергәндәрен фотоға төшөрҙөм. Журналист кеше һәр нәмәгә иғтибарлы булырға тейеш, тип уларҙы күҙәттем. Шул арала эргәлә ҡарауылда торған һалдат ағайҙар нисек дөрөҫ атырға, сәпкә тейҙерергә икәнен һөйләп, аңлатып өлгөрҙө. Бөтә уҡыусы егеттәр ҙә атып бөткәс, етәкселәргә патрондар бирҙеләр. Шунан уҡытыусы миңә ҡараш ташлап: «Килеүен килгәс, атып ҡарарға ла кәрәктер инде», – тимәһенме! Мин ни, әлбиттә, риза булдым. Тик ул, ҡурҡһаң – атма, икеләнһәң дә – атма, тип киҫәтте. Булат Салауат улы берҙе әйткәс, уйымдан кире ҡатмайым инде, тинем дә бронежилет кейергә йүгерҙем. Ата торған урында ла оло ғына бабай тора ине. Калашников автоматынан беренсе тапҡыр атырға йыйыныуымды белгәс, тыныс ҡына итеп барыһын да аңлатты. Алға ҡарап тәтегә баҫтым, әллә ике, әллә өс пуля атылып сыҡты ла, йә Хоҙай, сәпкә барып тейҙе. Хәрби ағай: «Афарин!» – тигәс, күңел күтәрелде. Ҡалғандарын ҡәҙерләберәк аттым. Егеттәр, атҡанда ҡолаҡ тона, тип ҡурҡытһа ла, бер ҙә улай булманысы. Каска менән бронежилет үлсәмдәре үҙемә бик ҙурҙан тура килгән, был бронежилет эсенә миндәй тағы ике ҡыҙ һыйыр ине, моғайын.

Сафҡа теҙелеп атлап, кире автобусҡа барып ултырҙыҡ. Полигондан сыҡҡас ҡына оҙон сәсемде ҡаплаған кепка менән йәшел курткамды систем, башҡа мәктәп уҡыусылары шунда ғына минең ҡыҙ кеше икәнлегемде аңғарып, ныҡ аптырашты. Ҡайтҡанда юл буйына шатлығымдан ауыҙым ҡолаҡҡа етеп, йылмайып ултырҙым. Эстән генә уйымды тормошҡа ашырыуға ҡаршы төшмәгән Булат Салауат улына рәхмәт уҡыным. Уҡытыусым аҙаҡ: «35 йыл эсендә полигонда хәрби әҙерлек курсына килгән беренсе ҡыҙ булды, тип әйттеләр», – тигәс, түбәм бөтөнләй күккә тейҙе.

Шулай итеп, полигонға синыфташтарҙың нисек хәрби әҙерлек үтеүе хаҡында мәктәп сайтына мәҡәлә яҙам, тип барһам да, был яҙмам күберәк үҙемдең хис-тойғоларым тураһында килде лә сыҡты. Егеттәр хаҡында нимә әйтәһең инде, беҙҙең мәктәп уҡыусылары йыл да һынатмай, хәрби әҙерлекте юғары кимәлдә үтә, быны барыһы ла белә. Быйыл барғандар ҙа шул йолаға тоғро ҡалды, йәғни маладис булдылар. Улар минең кеүек бер көн полигонға барыу менән генә сикләнмәне, әлбиттә, тулы курс үтеп, физик яҡтан да, зиһен яғынан да ил һаҡларға әҙер икәнлектәрен иҫбатланы. Ғорурланам синыфташтарым менән! Ә минең был мажара ҙур иҫтәлек кенә булып ҡалһын инде, сөнки хәрбиҙәр тормошо ни тиклем генә ҡыҙыҡ һәм ылыҡтырғыс булып күренмәһен, барыбер ҙә ул ҡыҙҙар эше түгел!

Кискеһен был турала ауылға Гөлсәсәк өләсәйемә шылтыратып һөйләгәйнем, ул ни бер ҙә аптырап ҡалмай: «Мин дә малайҙар араһында бер үҙем винтовканан атырға йөрөй торғайным, үҙемә оҡшағанһың икән, яугирлыҡ башҡорт ҡыҙҙарының ҡанында бар инде ул!» – тине. Бына нисек!


Гөлнәзирә БУРАНҠАЕВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: