Көн шундай матур, ҡояш ҡыҙҙыра. Күл өҫтө тып-тыныс, бер тулҡын заты ла юҡ. Ә һыуы шундай таҙа! Хатта төбөндәге таштар ялтырап күренеп ята. Беҙ Алһыу һеңлем менән аҡ балсыҡлы ярҙа урынлаштыҡ та шым ғына ҡармаҡларға тотондоҡ. Бына бер заман Алһыуға балыҡ ҡапты. Вәт, шәп! Тик әлеге тәүге балыҡ минең ҡармаҡҡа эләкһә ни булған инде?! Шулай уйлап та өлгөрҙөм, үҙемдең ҡалҡыуысым һелкенде. Ҡармағымды тиҙ генә тартып сығара һалдым. Балығым һылыуымдыҡынан ҙурыраҡ булғас, күңел күтәрелеп китте. Юлыбыҙ уңды: беренсе барыуҙа уҡ 23 балыҡ ҡапты!
Өйгә шатланып ҡайтып индек. Әсәйем балыҡ ҡурып ашатты. Телеңде йоторлоҡ тәмле булды!
Бына шулай каникул көндәрендә балыҡҡа йөрөйбөҙ. Әсәйем ваҡтарын да әрәм итмәй: тоҙлай йә киптерә. Ә ҡармаҡтарыбыҙҙы күрһәгеҙ икән?! Шундай шәп!
Атай-әсәйебеҙ ҙә ошо файҙалы шөғөлөбөҙгә шатланып бөтә алмай. Үҙебеҙгә лә хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеү һәм балыҡ ҡармаҡлау бик оҡшай.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.