+2 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
12 Июль 2019, 14:23
Торатауҙағы бер көнөм
Йәй – шундай матур, мөғжизәле миҙгел. Бигерәк тә беҙ, уҡыусылар, уны һағынып көтөп алабыҙ.
Хәҙер рәхәтләнеп ял итергә, киләһе уҡыу йылына көс тупларға була, тигән маҡсаттан сығып, йәйҙең иң матур көнө – 22 июндә синыф етәксебеҙ Марина Евгеньевна Маляренко һәм атай-әсәйҙәр менән бергә изге тауыбыҙ Торатауға походҡа юлландыҡ. Бергәләшеп уның түбәһенә күтәрелеү, хозур тәбиғәтебеҙ менән һоҡланыу онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Әсәйем, Сәриә Сәйфулла ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, беҙгә Торатау, Туғар-Салған күленең легендалары, халҡыбыҙ тарихы менән бәйле хикәйәттәр һөйләне. Миллион йылдар элек был урында океан булыуын, Торатау, Ҡуштау, Йөрәктау, Шахтауҙың шул ваҡыттарҙан һаҡланып ҡалған риф массивтарын дәлилләгән таштарҙағы ҡабырсаҡтар эҙҙәренә юлыҡтыҡ. «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән һирәк үҫемлектәр менән дә таныштыҡ. Уларҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, тотоп ҡарау иҫ китмәле тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Тау башында булғандан һуң, күлдә һыу индек, катамаранда йөрөнөк. Тулҡынландырғыс имтихандарҙан һуң синыфташтарыбыҙ менән тәбиғәт ҡосағында уйнаныҡ, күңелдәребеҙ булғансы шаярҙыҡ.
Беҙҙең ялды мауыҡтырғыс, йөкмәткеле һәм матур итеп ойошторғандары өсөн синыф етәксебеҙгә һәм атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Улар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, спорт ярыштары әҙерләгән ине. Барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт булып, яҡшы кәйеф менән ҡайттыҡ тыуған ҡалабыҙға.
Ныҡ оҡшаны сәйәхәт! Торатауҙағы иҫтәлекле бер көнөм ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йылы тәьҫораттары менән дәртләндереп торор әле.
Айсыуаҡ ШӘМСЕТДИНОВ,
X синыф уҡыусыһы.
Салауат ҡалаһы,
1-се гимназия.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...