Эй, ҡустым Ирхан менән ҡыуандыҡ инде! Хәҙер бәләкәй генә дүрт балаһы бар. Ҡарап торһаң, бигерәк матурҙар! Ашағанда ҡолаҡтары һелкенеп кенә тора. Беҙ үлән, ем һалабыҙ, һыу ҡоябыҙ. Атайым менән олатайым ояһын ҙурайтып, яңынан эшләп бирҙеләр. Өйҙәре иркен булып китте.
Бер көн, онотолоп китеп, оҙаҡ уйнап йөрөгәнмен дә, ҡуяндарым ас ултырған. Әсәйемдәр ҙә эштә. Ҡапыл иҫемә төштө лә, өйгә йүгереп ҡайта һалдым. Бахырҡайҙарым, асыҡҡандар, һыуһағандар! Уларҙы йәлләп илай яҙҙым. Башҡаса улай оҙаҡлап йөрөмәҫкә үҙемә һүҙ бирҙем. Өләсәйем дә: «Ҡуяндар ҙа илай белә. Кешеләр кеүек ике ҡулы менән битен ҡаплайҙар», – ти. Ҡыйын булып китте.
Мин уларға өйрәнеп киттем инде. Үҙҙәрен ситтән генә күҙәтергә яратам.
Баймаҡ районы, Аҡтау ауылы.