+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
"Минең өс айым"
2 Августа 2019, 10:09

Талҡаҫтағы бер көн

Йәй – шундай матур, мөғжизәле миҙгел. Бигерәк тә беҙ, уҡыусылар, уны һағынып көтөп алабыҙ.

Хәҙер рәхәтләнеп ял итергә, киләһе уҡыу йылына көс тупларға була, тигән маҡсаттан сығып, йәйҙең иң матур көнөндә – 13 июлдә синыф етәксебеҙ Зөлфиә Булат ҡыҙы Шаһморатова һәм атай-әсәйҙәр менән бергә Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күленә походҡа бар­ҙыҡ. Унда бергәләшеп һыу индек, хозур тәбиғәте лә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Кәмәлә йө­ҙөү, рәхәтләнеп бергә сәй эсеү – үҙе бер иҫтәлекле мәл! Тәбиғәт ҡосағында уйнаныҡ, күнелдәребеҙ булғансы шаярҙыҡ та.

Беҙҙең ялды мауыҡтырғыс, йөкмәткеле һәм матур итеп ойошторғандары өсөн синыф етәксебеҙгә һәм атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Улар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, спорт ярыштары әҙерләгәйне. Барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт булып, яҡшы кәйеф менән ҡайттыҡ тыуған ауылыбыҙға.

Ныҡ оҡшаны сәйәхәт! Талҡаҫта булған көндәремде һәр ваҡыт йылы тәьҫораттар менән иҫләрмен әле.

Мораҙым ҒАЙСИН.

Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас