Күңелле йәйге каникулды бигерәк тә беҙ, балалар, көтөп алабыҙ. Был осорҙа тиҫтерҙәремдең ҡайһы берәүҙәре ата-әсәләре менән сит илдә булһа, икенселәре өләсәләрендә ял итә.
Беҙ ҙә быйыл ғаилә менән Ҡара диңгеҙ буйында, Сочи ҡалаһында ял иттек. Минең был сәйәхәтем төрлө хәтирәләргә, мажараларға бай булды. Диңгеҙ буйында ҡыҙынып ял итеүҙең рәхәтлеген һөйләп кенә бөтөрөрлөк түгел. Һеңлем менән уның тулҡындарында бәүелеп, һыу индек.
Сочи ҡалаһы буйлап сәйәхәт итеү ҙә бик оҡшаны. Бигерәк тә Дендрарий паркы ныҡ хәтерҙә ҡалды. Уға беҙ канат юлы буйлап күтәрелдек. Уның оҙонлоғо – 897 метр, ә кешеләрҙе күтәргән кабина диңгеҙ өҫтөнән – 172 метр бейеклектә. Бында иһә ҡаланың матурлығы тулыһынса асыла. Бер яҡтан – бейек-бейек, күккә ашҡан Кавказ тауҙары, икенсе яҡтан – зәп-зәңгәр диңгеҙ. Дендрарий паркы 50 гектар майҙанды биләй. Ҡаяла урынлашҡан ял итеү урынына йәйәүләп төшәһең. Унда төрлө илдәрҙә үҫкән үҫемлектәр, йәшәгән йәнлектәрҙе күреп, шул яҡтарҙың мәҙәниәте менән танышаһың. Африка, Көнсығыш һәм Көнбайыш Америка, Австралия, Яңы Зеландия, Азияның йырып сыҡҡыһыҙ джунглиһын, сакура менән ҡапланған Япония баҡсаһын, Ҡытай, Мексика мөйөштәрен туплаған был парк үҙендә.
Шулай уҡ ҙур аквариумда һыу аҫты донъяһын да күҙәтергә була. Бында Ҡыҙыл диңгеҙ, Һинд океаны һыу үҫемлектәре һәм йән эйәләре урын алған. Миңә иһә тропик балыҡтарҙы күҙәтеү оҡшаны, улар үҙҙәренең сағыу төҫтәре менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Дендрарийҙағы тағы бер ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡыт та сихри ла урын – ҡыуыш эсле ҙур таш. Унда башыңды тығып, теләктәреңде әйтһәң, мотлаҡ ҡабул була, тигән ырым да йәшәй. Мин дә үҙ хыялдарымды әйтеп ҡалдырҙым, уларҙың тормошҡа ашыу-ашмауын ваҡыт күрһәтер...
Сочи ҡалаһының тағы ла бер йәмле урыны – Ривьера паркы, бында иһә Ҙур Сочи дельфинарийы урынлашҡан. Унда беҙ аҡыллы йән эйәләренең тамашаһына шаһит булдыҡ. Дельфиндарҙың командаларҙы теүәл үтәүҙәре, бейеп, туп уйнап күрһәтеүҙәре беребеҙҙе лә битараф ҡалдырманы.
Олимпиада уйындары өсөн төҙөлгән объекттар буйлап йөрөү, уларҙың тарихын тыңлау ҙа ҡала хаҡында бай иҫтәлекле мәғлүмәттәр ҡалдырҙы. Шундай бай тәьҫораттар менән сәйәхәт итеп ҡайттыҡ беҙ Сочи ҡалаһынан.
Әле каникулым ауылда өләсәйемдәр янында дауам итә. Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла һоҡланырлыҡ ерҙәр етерлек. Тәбиғи ҡомартҡылар менән таныштырырға мине олатайым менән өләсәйем алып йөрөй.
Батыр СОЛТАНОВ.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.