Октябрьский ҡалаһына Айзат ағайыма ҡунаҡҡа барҙым. Парктарҙа төрлө һәйкәлдәр, фонтандарға ҡарап һоҡланып йөрөнөм.
Өфөлә Азамат ағайымдарҙа булып, ҡаланың матурлығына хайран ҡалдым. Гөлзифа еңгәйем үҙенең тыуған ере Ейәнсураға ҡунаҡҡа алып барғас, бейек тауҙар, хозур тәбиғәткә һушым китте. Беҙҙә һыуыҡ ямғыр яуа ине, унда рәхәтләнеп ҡояшта ҡыҙындыҡ, һыу индек. Бына һиңә тәбиғәт!
Йәйен өләсәйемдәргә барып, еләк йыйып, бесән сабыуҙа ярҙамлашып, Ҡандракүлдә һыу индем.
Ауылда йәшәгәс, эштән дә арынып булмай. Әсәй менән түтәлдәр утаныҡ. Ағайымдың 3 йәшлек ҡыҙы Айгөлдө лә ҡараштым. Ул минән бер тотам ҡалмай: «Апай», – тип эйәреп тик йөрөй. Кис бар эштәрҙе бөтөргәс, уйнарға сыҡҡанда ла гел бергә булдыҡ. Уға дуҫтарым да өйрәнеп бөттө.
Йәй мажараһыҙ үтәме ни? Минең менән дә ҡыҙыҡ хәлдәр булды. Быйыл сират көтөүе бесән мәленә тура килгәйне. Атайым ағайҙарым менән бесән йыйырға китте. Ә әсәйем менән икебеҙ, яллар кеше булмағас, һыйыр көтөүен көттөк. Малдар төшкә тиклем тыныс ҡына ашап йөрөнө. Беҙ ялан яңғыратып йырлап та алдыҡ. Тик бер заман малдар тарала башланы, әсәй ҡысҡырып, мин йүгереп ҡыуам. Биш-алты һәүкәш әйләнеп тә ҡарамай, әллә ҡайҙа артта уҡ ҡалды. Хатта илағы килә башланы. Шул саҡ үҙебеҙҙең Йондоҙ исемле һыйырыбыҙ көтөүҙән айырылып, әсәйем эргәһенә килеп, йыуатҡан кеүек, мөңрәне лә тиҙ генә тегеләр яғына ыңғайланы. Барып еткәс, шундай уҫал тауыш менән үкереп, үҙенсә тыңлауһыҙ малдарҙы «әрләп» алды. Тегеләре, аңлағандай, беҙгә табан килә башланы. Бер «тәртипһеҙе» буйһонмай, бөтөнләй кирегә ҡасмаҡсы булғайны. Йондоҙ донъя ярып бер үкерҙе лә мөгөҙө менән һөҙөп алды. Теге һыйыр шунда уҡ сабып килеп тә етте. «Бына ошолай көтөргә кәрәк», – тигән кеүек, Йондоҙ әкрен генә мөңрәп, беҙгә һырпаланып һөйҙөрҙө лә тағы ашарға кереште.
Көнө буйы һәүкәшебеҙ эргәбеҙҙә булды, гел «һөйләшеп» йөрөнө. Берәй мал ситкә китһә, барып «ҡыуалап» килтереп торҙо.
– Вәт, беҙҙең һыйыр шәп! Һөт тә бирә, һыйыр көтөүен дә үҙе көтә, эйе бит, әсәй, – тигән булам.
Бына шулай күңелле лә, файҙалы ла уҙа минең йәйге ялым.
Айгизә АБЗАЛОВА.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.