-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
30 Август 2019, 15:18
Сибайҙы күреп ҡайттыҡ
Йәйге каникулыбыҙ күңелле үтте. Ә уның бер көнөндә синыф етәксебеҙ Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина менән беҙ, V һәм VII синыф уҡыусылары, Сибай ҡалаһына экскурсияға барып ҡайттыҡ.
Тәүге туҡталышыбыҙ «Атмосфера» кинотеатрында булды. Бергәләп яңы форматтағы «Руслан һәм Людмила» фильмын ҡараныҡ. Еңеү паркында ла туҡталдыҡ. Кинонан алған тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлашып, йәйге ялды нисек үткәреүебеҙ хаҡында ла әңгәмәләшкәс, сәйәхәтебеҙҙе дауам иттек. Салауат Юлаев бюсы, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына арналған һәйкәл янында иҫтәлеккә фотоға төштөк. Ашханала бергәләшеп һыйланыу ҙа оҡшаны.
Сибайҙа күптәребеҙ «Китап» магазинына инеп тулды, кемдер уҡыуға кәрәк-яраҡ ҡарай, бәғзеләр хаҡтары менән ҡыҙыҡһына, бер нисәүебеҙ үҙебеҙгә көндәлектәр ҙә һайлап ҡуйҙы.
Автобус менән барғайныҡ. Бына беҙ, Татлыбай, Абдрахман, Кәрешкә ауылы уҡыусылары, Сибай ҡалаһын артта ҡалдырып, тыуған яғыбыҙға ҡарай еләбеҙ. Һәр беребеҙ бөгөнгө сәйәхәттән күтәренке кәйеф менән ҡайтты. Барыбыҙға ла оҡшаны күңелле һәм файҙалы ял. Ошо иҫтәлекле сәйәхәтте ойошторған уҡытыусыбыҙға ҙур рәхмәт.
Айһылыу ЙӘНТИЛИНА.
Баймаҡ районы, Кәрешкә мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән