Бер ҙә улай түгел икән дә, һыуы ифрат саф, үтә күренмәле. Йылы ла, тоҙло ла, тимәк, шифалы ла. Диңгеҙҙә медузалар, башҡа һыу йәнлектәре йөҙөп йөрөй. Ҡояшта ялтырап ятҡан ҡомо һуң?! Әй, ҡыҙынып кинәндек! Ә Ҡара диңгеҙҙең ниңә шулай булыуын олатайым былай тип аңлатты: баҡтиһәң, төбөндә, 400 метр самаһы тәрәнлектә, һыу ағыулы икән. Унда бер ниндәй тереклек юҡ, йәшәй алмай. Көкөртлө водород менән ағыуланған, ти олатайым. Шуға ла Ҡара диңгеҙ тип атағандар. Йәл, шундай матур диңгеҙгә яман исем бирелгән.
Ҡайтып инеүебеҙгә беҙҙе тағы иҫтәлекле сюрприз көтә ине! Ун йылдан ашыу Америкала йәшәгән Гүзәл Сингх инәйебеҙ ҡунаҡҡа килгән. Вәт, шәп булды! Джеси олатай – һинд кешеһе. Ҡыҙҙары Йәсмин, бәләкәс Грейси менән дуҫлашып киттек, бүләктәр бирештек. Ҡәҙерле ҡунаҡтар ҡымыҙыбыҙҙы, буҙаны яратып эсте. Инәйебеҙ үҙҙәренең милли аштарын да бешереп ашатты. Бик тәмле булды.
Олатайыбыҙ менән Ҡыҙыл йылғаһына балыҡҡа йөрөргә лә өлгөрҙөк, һыу индек. Өләсәйебеҙгә лә баҡса эштәрендә ярҙамлаштыҡ. Быйыл бәшмәк ныҡ уңғас, уны йыйып һатып, аҡса ла эшләнек әле.
Бына шулай иҫтә ҡалырлыҡ матур ваҡиғалар бүләк итте быйылғы йәйге каникулыбыҙ.
Лиза һәм Ләйлә НӨҒӘМӘНОВАЛАР,
IV һәм VI синыф уҡыусылары.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.