-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
9 Сентябрь 2019, 11:16

Хыялымдың тормошҡа ашырына ышанам

Ысын, ысын! Ышанаһығыҙмы, юҡмы, уйлаған барлыҡ уйҙарым каникул осорондағы өс айҙа тормошҡа ашты!

Күрәһең, ныҡ теләгәнмен. Баштан һөйләйемме? Уҡыу бөтөү менән йыл һайын үҙебеҙҙең райондағы Талҡаҫ күле янындағы «Орлёнок» балалар лагерында ял итеп ҡайтам. Юлламаны әсәйемә эш урынынан бирәләр. Былтыр бара алмағас, ҡыш буйы хыялланып сыҡҡайным. Тормошҡа ашты бит! Быйылғы ял бигерәк ныҡ оҡшаны. Лагерҙа яңы дуҫтар таптым. Беҙҙең «Торнадо» отряды тәрбисеһе Әлфиә Әлмөхәмәтова менән вожатый Лилиә Фәйзуллина төрлө уйындар үткәрҙе. Рәхәтләндек кенә!

Мин шиғыр һөйләргә, ҡурайҙа уйнарға яратам. Лагерҙағы концертта ла ихлас ҡатнаштым. Ә Талҡаҫ күлендә һыу инеүҙең рәхәтлеген белһәгеҙ икән?! О-о-о, шундай һәйбәт!

Йәйҙең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырыштым. Шуға ла икенсе планым да тормошҡа ашты. Лагерҙан ҡайтыуыма бер-ике көн дә үтмәне, үҙем, ике дуҫым, синыфташтарым Сыңғыҙ, Заһит, мәктәптең хужалыҡ эштәре етәксеһе Фәнил Нур улы Кәримов менән Күлтабан ауылына барҙыҡ. Беҙҙе унда умартасылыҡ серҙәренә өйрәттеләр. Дуҫтарым менән рамдар эшләнек, бал ҡорттары тураһында бик күп һәм файҙалы мәғлүмәт тә алдыҡ.

Тағы ла тап ошо өс айымда бер иҫтәлекле көнөм булды. Атайым менән әсәйем миңә атап ҡорбан салдырҙы. Ҡорбан салдырыу күп бәләләрҙән ҡурсалай, алдыңа алған күп маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра. Шуға ла бар хыялымдың ҡабул булырына ныҡ ышанам.


Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.

Баймаҡ районы, Билал ауылы.
Читайте нас: