+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
13 Сентябрь 2019, 16:10
Тормош китабыма тағы бер бит өҫтәлде
Минең каникулым күптәргә билдәле булған Шүлгәнташҡа сәйәхәт ҡылыуҙан башланып китте. Мәмерйәнән урғылып сыҡҡан Зәңгәр күлдең шифалы һыуын эсеп, тыуған еремдең хозур тәбиғәтенә һоҡланып, рәхәтләнеп ял иттем.
Йәйге ялымда ҡәҙерле өләсәйемдең хәлен белешеп ҡайттым. Оло кеше менән һөйләшеп ултырыуҙары шул тиклем күңелгә йылылыҡ, наҙлылыҡ хистәрен өҫтәй. Өләсәйемдең яғымлы тауыш менән ихлас йылмайып һөйләгән ҡыҙыҡлы, мажараларға бай иҫтәлектәре күңелемдә мәңгелеккә һаҡланыр.
Йәйҙең иң яуаплы һәм ҡыҙыу ваҡыты – бесән эшләү. Туғандарым менән күмәкләп малға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләнек. Шулай уҡ апайҙарым менән көн дә тиерлек турғай, шартый еләгенә һәм көртмәле йыйырға йөрөнөк. Әсәйем менән бергәләп ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Каникулым иҫтәлектәргә, хәтирәләргә бай, күңелле, ҡыҙыҡлы, онотолмаҫ булып, күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Йәмле йәйем тормош китабыма яңы бер матур бит өҫтәне.
Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән