+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
13 Сентябрь 2019, 16:18

«Йәйләү»ҙәге мөғжизәм

2019 йыл. Марат Әнис улы Ғилманов #ӘлшәйЙәйләү2019 хештегы менән саф башҡорт рухлы йәштәрҙе йыя башлай. Әлбиттә, был командаға тик иң яҡшылар ғына эләгә. Ошо әйҙәүселәр ғаиләһенә сая, батыр Илнар, Айгиз, Адик, Сабит, Илнур, әлбиттә, Марат ағайҙар һәм һылыуҙарҙан-һылыу, һөйкөмлө Әҙилә, Гүзәл, Айзилә, Әлиә апайҙар инә.

Быйылғы йәйге ялым айырыуса үҙенсәлекле, сағыу хәтирәләргә бай булды. Миңә Башҡортостаныбыҙҙың иң шәп лагерҙарының береһе булған «Йәйләү»гә эләгеү бәхете тей­ҙе.

Шулай итеп, беҙҙең смена июнь аҙағында башланды. Лагерға иң-иңдәр генә туплан­ғайны. Ҡайҙан ғына килмәгәндәр бында: Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан, мәҫәлән, Татарстан Республикаһынан.

Төрлө яҡтан йыйылыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ үҙ-ара уртаҡ телде бик тиҙ таптыҡ. Сөнки эргәбеҙҙә әйҙәүселәр бар ине. Улар менән бергәләп төрлө бәйгеләрҙә, кисәләрҙә ҡатнаштыҡ. Ырыуҙарға бүленеп, татыу бер ғаилә кеүек йәшәнек.

Иртәнсәк беҙҙе моңло башҡорт ҡурайы уятһа, кисен наҙлы көй йоҡоға оҙата. Рухи яҡтан ғына түгел, физик яҡтан да нығындыҡ. Зиһенебеҙҙе байытыр өсөн бында төрлө интеллектуаль уйындар, конкурс­тар, ярыштар, кисәләр, мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, нөктәләрҙән йөрөп, Башҡортостаныбыҙҙың райондарына, ер-һыуына, батырҙар иленә сәйәхәт иттек. Яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдек. Тағы ла «Батыр», «Һомай», «Бейеү», «Тарих», «Футбол», «Волейбол», «Журналис­тика», «Ҡурай» түңәрәктәре эшләне.

Шул тиклем күңелле булды. Хатта күршеләге лагерь вәкилдәре яныбыҙға килеп: «Һеҙҙә ҡалай рәхәт, ошонда ял итһәк ине...» – тип белдерҙе. Улар менән бергәләп йырлап, бейеп ала инек.

Лагерҙағы 21 көн «һә» тигәнсе үтте лә китте. Бер туғандай яҡынайып бөткәс, ҡайтыр ваҡыт та етте… Әммә беҙ бик төшөнкөлөккә бирелмәнек, сөнки был осрашыу һуңғыһы түгеллеген аңланыҡ. Башҡортостандан булғандар менән тағы ла күрешергә мөмкинлек бар бит. Лагерҙан ҡайтҡас, Йылайырҙа йәшәгән ырыу­ҙашым Гөлйөҙөм менән осрашып та өлгөрҙөм әле.

Марат ағайға, әйҙәүселәр­гә, кескәй йөрәкле ҙур ғаилә­мә сәләмемде еткереп, мөғжизәле мәлдәр өсөн рәхмәт әйтәм.

«Йәйләү» – иҫ китмәле бәләкәй бер донъя! Бар яҡтан да өлгөлө лагерь ул! Матур үткән көндәремә ҡыуанып бөтә алмайым.


Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.


Читайте нас: