+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
20 Сентябрь 2019, 16:05

Тоҙлокүлдә батмайһың икән!

Каникул башланғас та ғаиләбеҙ менән Тоҙлокүлгә ял итергә юлландыҡ.

Ырымбур өлкәһендә ул. Барып еткәс, һәйбәтләп урынлашып ал­дыҡ та һыу инергә киттек. Күл буйында кеше ҡайнап тора. Хат­та бер аҙ оялыңҡырап тор­ҙом әле. Һыуға төшкәс, рәхәтлә­неп йөҙҙөм. Бер ҙә ҡурҡманым. Һыу тоҙло булғас, батмайһың икән. Шуныһы ҡыҙыҡ инде.

Күлгә йөрөгәндә ҡустым таш­ҡа бәрелеп, аяғын ярала­ған ине. Бер мәл һыуға төшкәс, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Беҙ аптырап киттек. Баяғы ауыртҡан ере тоҙло һыуҙа әсеткән икән. Шунан һуң башҡаса һыу инмәне лә ҡуйҙы. Ә миңә ныҡ оҡшаны Тоҙлокүл. Шаярҙыҡ, уйнаныҡ, һәр көнөбөҙ күңелле үтте. Ялдың һуңғы көнөндә ҡур­ҙаҡ бешереп, матур итеп табын әҙерләнек.

Тоҙлокүлдән ҡайтҡас, беҙҙе тағы ла күңелле сәйәхәт көткән икән. Ҡайҙа, тиһегеҙме? Динопаркта! Ул хозур, йәмле, гүзәл Башҡортостаныбыҙ­ҙың Әбйәлил районында урын­лашҡан. Үҙебеҙҙең тәбиғәтебеҙгә бер ни ҙә етмәй! Шундай саф һауа, йәшеллек, иҫ китмәле матурлыҡ! Бында ла рәхәтләнеп ял итеп, ваҡытыбыҙ ҡы­ҙыҡлы үтте. Йәнһүрәт ге­рой­ҙары, динозаврҙар менән фотоға төштөк. Хатта ҡайһы бер хайуандар тере һымаҡ күренде. Мин үҙемде йәнһүрәттә йөрөгән кеүек тойҙом. Барыһы ла ныҡ оҡшаны.

Бына шулай йәйге өс айым тиҙ генә үтте лә китте. Күңелле һәм бәхетле мәлдәр өсөн әсәйемә һәм атайыма ҙур рәхмәт әйтәм.


Ислам ҠӘЙЕПҠОЛОВ, II «В» синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Темәс мәктәбе.
Читайте нас: