+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
20 Сентябрь 2019, 16:01

Йомран да сәләмләй

Быйылғы йәйем дә матур үтте. Баймаҡ районының Күсей ауылына сәйәхәт менән башланып китте ул.

Юлда бар­ғанда ҡурайға арналған һәйкәлде күрҙек. Уның янында фотоға төштөк.

Күсей ауылы мәктәбендәге музейҙа булдыҡ. Миңә ундағы биҙәүестәр оҡшаны. Төрлөләре бар икән. Иҫке «Әлифба»ларҙы күреп һоҡландыҡ. Улар араһында хатта өләсәйем уҡығаны ла осраны.

Музейҙан сыҡҡас, аҡланға юлландыҡ. Тамаҡ ялғап алдыҡ, самауыр сәйен эстек. Яҡында ғына балалар һабантуйы бара ине. Унда ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙек, тоҡ менән һикерҙек, эстафетала ҡатнаштыҡ. Атай-әсәйҙәр ҙә уйнап алғас, яңынан сәй эскән урынға табан ыңғайланыҡ. «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһен ойошторҙоҡ. Мин, һеңлем һәм әсәйем «Һүҙ оҫтаһы» тигән призға лайыҡ булдыҡ.

Был көндө синыфташтар менән рәхәтләнеп ял иттек. Шаярҙыҡ, туйғансы уйнаныҡ, көлөштөк. Кис еткәс кенә өйгә ҡайтып киттек.

Ике көндән һуң Хәйбулла районындағы Әбешкә барҙыҡ. Һаҡмарҙа туй­ғансы һыу индек. Атайым Радик ағайға бесән эшләшеп тә өлгөрҙө. Иртәгеһенә Парапал тауына мендек. Белһәгеҙ икән, унда еләк түшәлеп ятҡанын?! Был хәтлем күплеген күргән юҡ ине әле. Парапал башынан Вәзәм, Әбеш ауылдарының матурлығына оҙаҡ һоҡланып ҡарап тор­ҙоҡ. Бер мәл аҫҡа төшә башланыҡ. Тик Ынйыҡай апайым менән әсәйем әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы? Туҡтап, бар тирә-яҡты яңғыратып ҡыс­ҡырабыҙ. Тауыштары ла ишетелмәй, үҙҙәре лә күренмәй... Аптыраныҡ. Хатта ҡурҡтыҡ та. Шулай ҙа үҙебеҙҙе йыуатып, ярар, икенсе яҡтан төшкәндәр­ҙер, тип аҫҡа табан ыңғайланыҡ. Кил­һәк, ни күрәбеҙ, улар машина эргәһендә йөрөп ята. Ҡыуаныстан көлөп ебәрҙек.

Өләсәйемә хәл белергә лә йыш барып торҙом. Уның өйөнә етәрәк һәр саҡ бер йомран осраны. Үҙе матур ғына. Бик йылғыр, күҙҙәре йызлап тора. Нисә барһаҡ, шунса юлда осрай. Әллә ул беҙҙе сәләмләй инде.

Миңә быйылғы каникулым да ныҡ оҡшаны. Үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Хуш бул, матур ялым, икенсе йылға тиклем!

Алтынай АҠМАНОВА, II «В» синыфы уҡыусыһы.

Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.
Читайте нас: