+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
27 Сентябрь 2019, 15:43

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Бар белем усаҡтары шатлыҡлы балалар тауышына күмелде. Уҡыусылар йәйге оҙон каникулдарында матур ял итеп, көс туплап, бер-береһен, уҡытыу­сыларын һағынышып, туған мәктәптәренә йыйылды.

Ниһайәт, беҙ ҙә бәйгегә килгән һуңғы хатты гәзитебеҙҙә баҫтырып сығарабыҙ. Тимәк, бөгөн йәй буйына барған «Минең өс айым» конкурсының еңеүселәрен билдәләргә ваҡыт етте.

Каникулдарында ла беҙҙән айырылмаған тоғро дуҫтарыбыҙҙан бик күп хаттар алдыҡ. Хатта ҡайһы бер уҡыусылар иҫтәлекле төрлө сәйәхәттәре хаҡында икешәр мәҡәлә ебәргәйне. Беҙҙе бигерәк тә Баймаҡ районының Кәрешкә мәктәбе уҡыусылары ҡыуандырҙы. Ныҡ әүҙем булдылар.

Ә еңеүселәрҙе билдәләгәндә, бәйгенең шарты буйынса, матур йөкмәткеле, мажараға бай, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында яҙылған хаттарға өҫтөнлөк бирелде.

I урын – Гөлнәзирә БУРАНҠАЕВА (Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), «Минең полигондағы мажараларым йәки «Хәрби әҙерлек – 2019»;

II урын – Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА (Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей), «Йәйләү»­ҙәге мөғжизәм» һәм Сөмбөл ЙОСОПОВА (Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы), «Ҡай­ҙарҙа ғына булманым да ниҙәр генә күрмәнем!»;

III урын – Айгизә АБЗАЛОВА (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), «Көтөүсе һәүкәш», Алтынай ТАҺИРОВА (Аҡморон мәктәбе), «Ҡуян­дар ҙа илай белә», Зәлиә ИШМУЛЛИНА (Кәрешкә, Баймаҡ районы), «Тәүге баш ҡалаға сәйәхәт».

Ә бына Ислам Ҡәйепҡолов (Баймаҡ районы, Темәс мәктәбе), «Тоҙлокүлдә батмайһың икән!», Лиза һәм Ләйлә НӨҒӘМӘНОВАлар – «Ҡара диңгеҙ ҡара түгел икән дә», Мораҙым Ғайсин (Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия), «Талҡаҫтағы бер көнөм», Айсыуаҡ Шәмсетдинов (Салауат ҡалаһы, 1-се гимназия), «Торатауҙағы бер көнөм», Алтынай АҠМАНОВА (Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) «Йомран да сәләмләй» мәҡәләһе өсөн дәртләндереү призына лайыҡ булды.

Бәйгегә иң тәүге булып хатын ебәргән Илдар Исхаҡов та (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе) махсус бүләк аласаҡ.

Ярыш булғас, еңеүселәр ҙә билдәләнә шул. Кемдәр призлы урын алмаған, күңелдәрегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Бәйгелә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Артабан да әүҙем яҙышып, редакция ойошторған төрлө бәйге-конкурстарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Беҙҙең гәзит – алдынғы ҡарашлы замандаш тәрбиәләү, ижадкәр шәхес үҫтереү майҙаны бит ул. Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: