+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
5 Июнь 2020, 14:11

Һағынып көткән миҙгелем етте

Ур-ра! Ниһайәт, һағынып көткән йәмле йәй ҙә килеп етте. Күпме рәхәтләнеп ял итәһе, ҡояш нурҙары аҫтында ҡыҙынаһы, ҡулға дәфтәр-ручка алмайынса, мәктәп тураһында онотоп йәшәйһе бар...



«Мәктәпкә һуңланың, балам! Тиҙерәк тора һал?» йә булмаһа «Бөгөн нисәлеләр алып ҡайттың?» тигән һүҙҙәрҙе өс айға онотоп торорға ла була. Эй, рәхәт тә инде был миҙгелдә!

Уҙған йылдағы йәйем бик иҫтәлекле һәм файҙалы үткәйне. Быйылғыһына ла ҙур өмөттәр бағлайым.

Бындай йәмле айҙарҙы ауылда үткәреүҙең яҡшы яҡтары күберәктер, тип уйлайым.

Әсәй, һеңле-апайҙар менән еләк-емешкә йөрөргә була. Бигерәк тә беҙҙең яҡтарҙа турғай һәм шартый еләктәре, көртмәле күп үҫә, уңа. Уларҙы йыйып туңдыраһың, төрлө ҡайнатмалар, ҡаҡтар әҙерләйһең, ә аҙаҡ инде рәхәтләнеп һыйланаһың. Ауырыуҙар көслө булғанда, иммунитет ҡаҡшаған ваҡытта ла ярҙамға килә улар. Шуға юҡҡа ғына: «Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра», – тимәйҙәрҙер инде.

Ауыл балаларының күп ваҡыты йәйгеһен бесән эшләп үтә. Мин дә атай-олатайыма малдарыбыҙға аҙыҡ әҙерләргә ярҙамлашам. Тәбиғәт ҡосағында ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Күмәкләшеп урман сәйе эсеүе лә бик күңелле!

Йәй, тиһәң, минең күҙ алдыма урамда уйнауҙар, таң ҡаршылауҙар килә. Ысынлап та, шундай матур көндә нисек өйҙә ултырмаҡ кәрәк. Бәләкәйерәк саҡта дуҫтарым менән саф һауала төрлө уйындар уйнай торғайныҡ. Рәхәтләнеп туп тибә инек. Ныҡ мауығып, онотолоп китеп, киске сәғәт 10 – 11-ҙәр тирәһендә саҡ өйгә ҡайтып ингәндәрем әле лә хәтеремдә.

Каникулымды уйнап-көлөп кенә түгел, файҙалы итеп үткәрергә лә тырышам. Бына бер нисә йыл инде ғаиләбеҙ менән емеш-еләк йыйып һатабыҙ. Иш янына ҡуш булыр, ти әсәйем. Йыйған аҡсабыҙ яңы уҡыу йылына кейем-һалым алыуға китә.

Быйылғы йәй ҙә мауыҡтыр­ғыс, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыр, тигән ышаныстамын. Туй­ғансы ял итеп, яңы көс, дәрт менән яңы уҡыу йылында XI синыфҡа аяҡ баҫырмын, Алла бир­һә!

Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: