Ауылда һыу буйында ғына күпме мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғаларға осрауығыҙ бар, ҡыҙыҡлы осрашыу-танышыуҙар, йәнле аралашыуҙар көтә. Йәйҙең эҫе көндәрендә ҡояшта ҡыҙынып, йылға-күлдәрҙә һыу инеү үҙе бер кинәнес бит ул! Ә балыҡсы малайҙарҙың эре балыҡ эләктереүе оло ҡыуанысҡа әйләнә. Еләк ваҡыты етһә, туғандарығыҙ йәки әхирәттәрегеҙ менән йыйырға ла йөрөрһөгөҙ әле. Унан башҡа, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығаһығыҙҙыр, атай-әсәйҙәрегеҙ менән республикабыҙҙың төрлө иҫтәлекле урындарына сәйәхәткә лә барырға уйлайһығыҙҙыр. Тик ауырыу ҡурҡынысы янаған осорҙа санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә хәтерҙән сығармағыҙ. Ҡайҙалыр барғанда ҡыҙыҡ хәлдәргә, мажараларға тарыһағыҙ, беҙгә шул турала яҙып ебәрегеҙ.
Ниһайәт, беҙ «Минең өс айым» тигән йәйге конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ. Һеҙҙән йәйге ялығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ тураһында ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Яҙған әйберегеҙ менән бергә сифатлы фотоһүрәттәр ҙә булһа, бигерәк тә яҡшы.
Бәйге 1 сентябргә тиклем бара. Еңеүселәр яңы уҡыу йылы башында билдәләнеп, иң-иңдәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.