-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
19 Июнь 2020, 13:01

Йәмле йәйҙең матур көндәре

Иң күңелле мәл етте! Уны беҙ бөтәбеҙ ҙә көтөп алабыҙ. Әлбитттә, йәйге ялын һәр кем үҙенсә үткәрә.

Берәүҙәр сәйәхәт итә, икенселәр олатай-өләсәйҙәрендә ял итә, емеш-еләген йыя, рәхәтләнеп йылға-күлдәрҙә һыу инә, ҡояшта ҡыҙына.

Минең дә йәйге каникулым ҡыҙыҡлы, файҙалы уҙа. Үҙем ял иткән урын эргәһендәге йылғаны таҙартыуҙа ҡатнаштым. Сөнки һыу ул – тәбиғәт күрке. Нимә генә сығарманыҡ беҙ йылға төбөнән. Кешеләр тирә-яҡ мөхитебеҙгә һаҡсыл ҡарашта булһын ине.

Йәйге ял мәлендә тиҫтерҙәрем менән уйнап туймайым. Ә кистәрен бөтә ғаилә менән йыйылып, еләк ҡайнатмаһы менән мәтрүшкәле хуш еҫле сәй эсеү, ауыл икмәге менән һыйланыу бигерәк тә күңелле!

Каникулымдың өс айы ла матур үтер, тип ышанам. Ял иткәндә кешеләр тирә-яғыбыҙға сүп-сар ташламай, йыйыштырып китһәләр, ҡалай яҡшы булыр ине, тигән теләгемде лә еткерге килә.


Милена ЗАРИПОВА.

Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп.
Читайте нас: