+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
26 Июнь 2020, 14:31

Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралдыҡ

Өйҙә генә ултырыу бөттө. Уҡыу тамамланыу менән төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тарала башланыҡ. Мин дә синыфташтарымдың ҡайҙа, нисек ял итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынып, һеҙгә яҙырға булдым.



Математиканан гел «бишле» билдәләренә өлгәшкән дуҫтарым Әмир Мөхәмәҙиәров менән Руслан Саттаров атай-әсәйенә йәшелсә үҫтереүҙә, төрлө моделдәр яһауға оҫта Ильяс Сибәғәтуллин Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында йәшәгән олатай-өләсәйҙәренә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Уҡыу алдынғылары Рома Фәтҡуллин, Нурсолтан Шәйхиев һәм Алтынай Муллағоловалар күҙҙе ҡыҙҙырып, туйғансы уйнап, рәхәтләнеп һыу инеп, һаулыҡтарын нығыта. Рома – Асылыкүлдә, Алтынай – Дәүләкән районы Фәриҙун ауылы янындағы Дим буйында, Нурсолтан – Өфөлә.

Минең өсөн иң ҡыҙығы синыфтағы бейеүсебеҙ Аделина Нафиҡованың Благовар районы Һынташтамаҡ ауылында һәм иң оҫта шиғыр һөйләүселәрҙең береһе Саша Захаровтың Кушнаренко районы Гуровка ауылында олатай-өләсәйҙәренә быҙау үҫтереүҙә булышыуҙары булды. Аделинаның быҙауға тоҙ ялатыуы, биҙрә менән һыу эсереп йөрөүе бик оҡшаны, хатта үҙем дә барып, шулай эшләгем килеп китте. Мин Бүздәктә ҡус­тым Салауат менән туңдырма өсөн әсәйемә көнкүреш тауарҙарын һатырға ярҙам итешәм.

Барыһына ла ошондай күңелле ял теләп ҡалам. Ә инде көҙөн мәктәпкә яҡшы кәйеф менән уҡырға барыу теләге менән янам. Уҡытыусым Сәриә Фәзулла ҡыҙы Ишкининаны, синыфташтарымды, мәктәбемде бик һа­ғындым.


Таһир НАФИҠОВ.
Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп.

Читайте нас: