0 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
3 Июль 2020, 14:17
Оҫта итеп ҡоймаҡ ҡойорға өйрәндем
Йәй көнө бигерәк тә эҫе, рәхәт, туйғансы һыу инергә лә була. Димдә күңелем булғансы йөҙәм, Марсель ағайым менән балыҡ та тотабыҙ. Тиҫтер ҡыҙҙар, малайҙар менән һыуҙа уҙышабыҙ, ҡомда ятып ҡыҙынабыҙ. Оҙаҡ ҡына ваҡытыбыҙҙы йылға буйында үткәреп, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләшеп көлөшәбеҙ, өләсәйҙәр биреп ебәргән тәм-том менән һыйланабыҙ. Күңелле шундай!
Ә кисен инде йәшелсәләргә һыу һибеү кеүек эштәрҙә олатай, өләсәйҙәргә булышабыҙ. Быларҙан тыш, мин тағы ла бешеренергә бик яратам. Ҡоймаҡты оҫта итеп ҡойорға өйрәнеп алдым. Йыш ҡына өйҙәгеләрҙе тәмле, майлы тәмлекәс менән һыйлайым.
Олатайым менән өләсәйем беҙҙең ярҙамға бик риза. Шулай булмай ни, мин ялға килеү менән үк һауыт-һаба, иҙән, кер, аяҡ кейемдәрен йыуыуҙы, түтәлдәге сүптәрҙе утауҙы үҙ өҫтөмә алып ҡуйҙым. Ә Марсель ағайым магазинға барып, аҙыҡ-түлек ала, йәшелсәләргә һыу һибә.
Был эштәрҙән буш ваҡытта мин күңелле үткән көн тәьҫораттарымды һүрәткә төшөрәм. Рәсем яһарға бик әүәҫмен шул. Уҡытыусым Сәриә Фәзулла ҡыҙы Ишкинина минең рәсем дәресендә төшөргән һүрәттәремде гел маҡтап, синыфташтарға өлгө итеп күрһәтә.
Ауылда йәйгеһен өләсәйем менән башҡортса йырҙар ҙа өйрәнәбеҙ. Уны видеоға ла төшөрөп барабыҙ. Яңыраҡ «Тыуған яҡ» йырын яҙҙырҙыҡ. Тағы ла мин һабындарҙы ҡырып, төрлө формаларға һала беләм. Әле ауылда ялда булған дуҫтарыма ла ошо шөғөлөмдө өйрәттем. Бик шатландылар.
Шулай итеп, беҙ рәхәтләнеп ял да, олатай, өләсәйгә ярҙам да итәбеҙ. Беҙҙең өләсәй бик күп ҡыҙыҡлы әкиәттәр белә. Кисен арып-талып, уңышлы үткән көнгә шатланып, уның тылсымлы ҡарһүҙҙәрен тыңлап, йоҡлап китәбеҙ.
Алтынай МУЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...